Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь , 23:45

Көслө фракция республика мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслы

Тауыш биреү башланыуға һанаулы көндәр ҡалды. Йома, 17 сентябрҙә, һайлау участкалары асыласаҡ.

Көслө фракция республика мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслы

Башҡортостанда партиялар һайлауға әҙерләнеүен дауам итә. Тауыш биреү башланыуға һанаулы көндәр ҡалды. Йома, 17 сентябрҙә, һайлау участкалары асыласаҡ.

Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаттары һайлаусылар менән осрашыу үткәрҙе.

“Рәсәйҙә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Ул беҙгә Өфөлә, республикала юлдар төҙөргә һәм ремонтларға, яңы күперҙәр һалырға ярҙам итә. Башҡа милли проекттар ярҙамында мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә, ихаталар төҙөкләндерелә, яңы йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килә. Дәүләт Думаһында яңы саҡырылышта көслө, ҡеүәтле фракция эшләргә тейеш, ул Башҡортостандың мәнфәғәттәрен алға һөрөргә, яҡларға бурыслы”, – тине сығышында Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылыш депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, Дәүләт Думаһында буласаҡ фракция республика үҫеше өсөн өҫтәмә аҡса йәлеп итергә тейеш, төбәк Башлығы ла буласаҡ депутаттар алдында ошо бурысты ҡуя.

"Беҙҙең һайлаусыларҙы борсоған төп темалар – медицина, транспорт хеҙмәтләндереүе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Тик, дөйөм алғанда, шуны әйткем килә: осрашыуҙар бик ыңғай үтә. Партияның әйтер һүҙе, күрһәтер нәмәһе бар. Һәр осрашыуҙа “Уңайлы ҡала мөхите”, “Башҡорт ихаталары” проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү мөмкинлеге ҡарала. “Берҙәм Рәсәй”ҙең халыҡ программаһы тураһында һүҙ йөрөтһәк, ул ныҡлы уйланылған һәм аныҡ. Унда һәр кем үҙенең һорауҙарына яуап таба ала. Әсәй һәм өләсәй, депутат булараҡ, хәҙер программаны тиҙерәк ғәмәлдә күргем килә. Халыҡ программаһын булдырыу – берҙәм эштең башы ғына. Беҙ һәр ваҡыт фекерҙәштәребеҙгә таянабыҙ", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.

“Берҙәм Рәсәй” көндәре бөгөн Дәүләкән районында ла үтте. Унда Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев ҡатнашты. “Беҙ һәр ҡала һәм районда үҙгәрештәр күрәбеҙ һәм алда ла пландар бик күп”, – тине ул.

ЛДПР линияһы буйынса Башҡортостандың партия кураторы, Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухарев Стәрлебаш районында булып, хакимиәт башлығы Рөстәм Рахманғолов менән эш осрашыуы үткәрҙе, урындағы халыҡ менән аралашты, хәл-торошто ҡараны, коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында эпидемиологик хәлде, медицина ярҙамын ойоштороу сифатын тикшерҙе, социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәре һәм етеп килгән һайлауҙар тураһында һөйләште. Халыҡ үҙен борсоған проблемаларҙы еткерҙе, матди хәлдәре насарланыуы, эш хаҡының түбән булыуы, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгәндәрҙең, күп балалыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу кәрәклеге, юлдар торошоноң ҡәнәғәтләндермәүе тураһында әйтте.

КПРФ партияһы вәкилдәре Өфөлә В.И. Ленинға һәйкәл асыу сараһында ҡатнашты. Революция юлбашсыһына яңы һәйкәл билдәле академик Камил Әхийәров йәшәгән йорт ихатаһында ҡуйылды. Билдәле ғалим һәм педагог 92 йәштә, ул коммунистик идеяларға тоғро булып ҡала.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева