Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь , 20:30

Кеше хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуймаҫ өсөн

21 мең самаһы күҙәтеүсе һайлау барышын күҙәтеүгә ғариза тапшырған.

Кеше хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуймаҫ өсөн

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет рәйесе Владимир Барабаш үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Был ғәмәл 17-19 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙа Кеше хоҡуҡтары буйынса советҡа күҙәтеү эшен алып барыу мөмкинлеген бирә.

"Һайлауға ышанысһыҙ ҡарағандар булһа ла, киләсәк беҙҙең әүҙемлеккә бәйле, тип иҫәпләйем. Сара барышына үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә теләйбеҙ, бурысыбыҙ – кешеләрҙең ғәҙел һайлауға хоҡуғын яҡлау", – тине журналистар менән осрашыуҙа Владимир Барабаш.

Сарала Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың яуаплы секретары Александр Точенов ҡатнашты. Уның белдереүенсә, Рәсәйҙең һайлау системаһы һуңғы йылда ҙур үҙгәрештәр кисергән. "Кешеләрҙә был системаға ышаныс тыуһын тигән теләк ҙур", – тине Александр Точенов.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Ольга Панчихина әйтеүенсә, күҙәтеүселәр һәр һайлау участкаһында, мобиль тауыш биреү пункттарында буласаҡ. Ә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, 21 мең самаһы күҙәтеүсе һайлау барышын күҙәтеүгә ғариза тапшырған.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге асыласаҡ. Унда, алдан ғариза биреп, һәр кем килә ала. Үҙәктә өс көн дауамында һайлау барышы күрһәтеләсәк. Шулай уҡ участка һайлау комиссияларының 40 проценты видеокүҙәтеү аҫтында буласаҡ, йәғни 1320 участка.

Йәмәғәт палатаһы һайлау барышын боҙоу тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тикшереү өсөн ике мобиль төркөм ойошторасаҡ.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина