Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь , 09:17

Төбәк иҡтисадына – яңы ҡеүәт

Сибай ҡалаһында III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйы булды.

Сибай ҡалаһында өсөнсө йыл рәттән матур традицияға әйләнгән III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйы Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, сит ил, федераль, республика һәм күрше өлкәләрҙәге ҙур сәнәғәт компаниялары етәкселәре, федераль һәм төбәк власы етәкселәре, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, спикерҙар, фәнни үҙәктәр һәм белем биреү ойошмалары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү институттары, бизнес вәкилдәре, төбәктең район хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.

Форум эшендә бөтәһе 900-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Сибай еренә 30 сит ил вәкиле аяҡ баҫты. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Төркиә һәм Беларусь делегациялары килде. Төркиә делегацияһы составына “Zirat Bank Moscow” банкы генераль директоры Нуруллах Баҡыр, “Moonstar” ағас эшкәртеү компанияһы акционеры Мөхәммәт Чаглаян, “Ýþbank” банкы департаменты башлығы Баки Джанкурт, Төркиәнең “Teklink Telekom” йәмғиәтенең төп акционеры Мостафа Чалыш, Рәсәй-Төркиә бизнесы ассоциацияһы генераль директоры секретары Владимир Солоцинский һәм Рәсәй-Төркиә бизнесы ассоциацияһы координаторы Мостафа Ватан инде.

Эшлекле сараны 90 киң мәғлүмәт сараһы яҡтыртты, шуларҙың 20-һе федераль масштабта.

Ҡунаҡтар Сибайҙы “йәйәү урап сыҡты”

 

Инвестиция һабантуйында ҡатнашыу­сылар һәм ҡала ҡунаҡтары күңелендә оҙаҡ ваҡыт һаҡланырлыҡ сағыу ваҡиғалар күп булды. Шуларҙың береһе – ҡалала “Нуленсе километр” билдәһен асылды. Ул Үҙәк майҙан янындағы ҡалаға нигеҙ һалыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл янында урынлашҡан. Тап ошо билдәнән ҡалабыҙға турист маршруты башланып, Бөтә Рәсәй “Ҡаланы йәйәүләп йөрөп сыҡ!” акцияһына старт бирелде. Улар Сибайҙың иң матур ерҙәренән, һәйкәлдәр, арт-объекттар, милли аш-һыу әҙерләнгән кафелар буйлап йәйәүләп үтте, ҡала менән яҡындан танышты. Бындай уртаҡ сәфәр ярҙамында ойоштороусылар ҡаланың иҫтәлекле урындарына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға, ҡунаҡтарҙың һәм ҡала халҡының иғтибарын экологик проблемаларға йәлеп итергә тырышты.

III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2001” инвестиция һабантуйының сибайҙар өсөн ҡыуаныслы ваҡиғаларының береһе – 6-сы мәктәп төҙөлөшө башланыу уңайынан капсула һалыу тантанаһы. Иҫтәлекле сарала ҡасандыр ошо мәғариф учреждениеһында белем алған Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, уҡыусылар, педагогтар, ветерандар ҡатнашты. Был уҡыу йортона 1953 йылда нигеҙ һалынған, 1989 йылда төкәтмә эшләнгән. Эксперттар фекеренсә, әле бинаның 70 проценты иҫкергән, бигерәк тә ҡыйығы, фасады, тәҙрәләре, иҙәндәре үтә насар торошта. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһын, йыһазды ла яңыртыу талап ителә.

– Йылдам үҙгәргән тормош һәм уҡытыу алымдары сифатлы инфраструктура талап итә. Әгәр ҙә беҙ уҡыусыларҙы һаман да 30-40 йыллыҡ парталарға ултыртып уҡытһаҡ, белем биреүҙең үҫеше хаҡында һүҙ йөрөтә алмаясаҡбыҙ. Улай булырға тейеш түгел һәм булмаясаҡ та. Беҙ республикала белем биреүҙең сифатын яҡшыртыу, яңы уҡытыу алымдарын индереү йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ. Йыл һайын яңы талаптарға яуап биргән мәктәптәр асабыҙ. Сибай – Урал аръяғының үҙәк ҡалаһы, һәм, әлбиттә, бында заманса мәғариф учреждениелары төҙөлөргә тейеш, – тине Андрей Назаров капсула һалыу тантанаһында.

Әйткәндәй, бөгөн Сибайҙа 700-ҙән ашыу уҡыусы икенсе сменала белем ала, яңы асыласаҡ мәктәп ҡалала был мәсьәләне хәл итәсәк. Яңы белем усағын 2023 йылда сафҡа индереү планлаштырыла.

Республика Башлығы Радий Хәбиров иһә “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йортон үҙгәртеп ҡороу уңайынан капсула һалыуҙа ҡатнашты. Уны элекке “Сибай” ҡунаҡханаһы бинаһы янындағы таш аҫтына урынлаштырҙылар. Тиҙҙән бында өр-яңы бизнес-үҙәк асыласаҡ.

Ҡунаҡхана корпусы 2015 йылдан алып буш тора, элек бында Башҡортостан дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы ятағы урынлашҡайны. Уҡыу йорто ябылыу менән бина хужаһыҙ ҡалған.

– Үткән йыл мин Сибайға килгәндә, был үҙәкте булдырыу башланғысын хупланым. Бер йыл эсендә беҙ проект эшләнек, кәрәкле документтарҙы әҙерләнек, экспертиза үткәрҙек, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе йылда яҡынса 190 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы бүленәсәк һәм ике йыл дауамында бинаны төҙөкләндерәсәкбеҙ.

Сибай эшҡыуарҙары ла, яңы бизнес-үҙәк бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса өмөтлө һәм инновациялы идея­ларҙы юғары кимәлдә тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне.

Был ваҡиға уңайынан төбәк Башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусылар менән бергә “Киләсәк фабрикаһы” бинаһы янында ағас үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашты.

 

“Ни өсөн инвестиция һабантуйы Сибайҙа үтә?”

 

Ысынлап та, өсөнсө йыл рәттән инвестиция һабантуйының тап Сибай ҡалаһында үтеүе күптәрҙе, шул иҫәптән форумда ҡатнашыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Был хаҡта ошо сараға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Андрей Назаров түбәндәгеләрҙе еткерҙе:

– Сибай бөгөн – Урал аръяғының сәнәғәт, мәҙәниәт һәм мәғариф үҙәге, иҡтисади үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә, шуға күрә тап ул һайланған. Икенсенән, сара юҡҡа ғына инвестиция һабантуйы тип аталмай. Бөгөн ҡалаға бөтә донъянан бизнес-йәмәғәтселек вәкилдәре, эксперттар, инвесторҙар килде. Былтыр үткән инвестһабантуйҙа партнерлыҡ һәм инвестициялау буйынса 23 килешеүгә ҡул ҡуйылды, был республикаға ун миллиард һумдан ашыу иҡтисади һөҙөмтә килтерҙе.

Сибай – уңайлы көнкүреш шарттары булған ҡалаларҙың береһе, Урал аръяғының логистика үҙәге лә.

Форумдың төп маҡсаты – алдағы йылдарҙа Урал аръяғы яҡшы үҫешһен өсөн төп йүнәлештәрҙе билдәләү. Сибай ҡалаһында йәшәгәндәргә генә түгел, уға яҡын райондар халҡына ла бар яҡлап уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн сарала мөмкинлектәр етерлек. Беҙ һаулыҡ һаҡлауға, мәҙәниәткә, мәғарифҡа, спортҡа ҙур иғтибар йүнәлтәбеҙ. Төбәктә яңы эш урындары, мөһим социаль объекттар барлыҡҡа киләсәк.

Урал аръяғына инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуы арта

 

Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың быйыл Рәсәйҙә инвестиция климаты рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инеүенең нигеҙе – хакимиәттәрҙең бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуында. Был тырышлыҡты эшҡыуарҙар үҙҙәре лә баһалаған.

“Республика был йәһәттән иң яҡшы тәжрибәләрҙе ҡулланып ҡына ҡалмай, ә башҡа төбәктәргә таратырлыҡ тәҡдимдәрен дә индерә. Был эштәге иң яҡшы өлгө – Башҡортостандың эксперттар менән хеҙмәттәшлеккә бизнес-шәрифтәрҙе йәлеп итеү тәжрибәһе. Ошо ысул хәҙер Ставрополь өлкәһендә киң ҡулланыла”, – тигән Светлана Чупшева.

Ысынлап та, өсөнсө йыл үткән инвестһабантуй төбәктә эшлекле климат формалаштырыуға, республиканың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға  этәргес булып тора. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә форумда ҡатнашыусылар үҙҙәре лә инанды. Әйткәндәй, бер көн эсендә Сибай эшлекле үҫеш үҙәгенә әйләнде. Форумда ҡатнашыусылар, спикерҙар, форум ҡунаҡтары сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, экология, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессияларҙа ҡатнашты. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениеларҙың, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла сығыш яһаны.

III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйының эшлекле програм­маһына ярашлы, “Инвестиция сәғәте” форматында ултырыш үтте. Унда бөтәһе биш проект ҡаралды, уларҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һум тәшкил итә. Быларҙың барыһы ла – төбәк өсөн яңы  предприятиелар һәм эш урындары.

Беренсе проектты «МКХП-Ситно» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тәҡдим итә. Ул тирмән комплексын үҙгәртеп ҡороуҙы һәм яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ Сибай ҡалаһында макарон ризыҡтары етештереү линияһы цехы төҙөү ҡарала. Инвестицияның дөйөм күләме – 815,9 миллион һум. Яңы цех барлыҡҡа килһә, тағы 45 кешегә эш урыны буласаҡ.

Әйткәндәй, был проект тормошҡа аша ҡалһа, төбәк аграрийҙары өсөн ҡаты сортлы иген үҫтереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Иң мөһиме – уларға үҫтергән игендәрен тапшырыу урыны була.

Икенсе проект Туймазы районының Ҡандра ауылы элеваторы нигеҙендә контейнер майҙансығын һәм элеватор комплексын үҙ эсенә алған таратыу-логистика үҙәген булдырыуҙы күҙаллай. Инвестор – ИП Разумова А.Е. (ГК “Реса”), сығым күләме – 350 миллион һум.

Өсөнсөһө – Сибай һәм Өфө ҡалаларында “Риадент” имплантация һәм протез үҙәктәре асыу.  Планлаштырылған инвестициялар күләме – 170 миллион һум.

Артабан «ЛДК» йәмғиәте йылына 50-нән алып 500 мең кубометрға тиклем әҙер продукция эшкәртеүгә һәләтле ағас етештереү производствоһы асыу буйынса үҙ проектын тәҡдим итәсәк. Инвестицияның дөйөм  күләме – 1,2 миллиард һум. Был проект Белорет районында тормошҡа ашырыласаҡ. Ултырышта шулай уҡ «Шифа» компания­һының инвестиция башланғысы ҡаралды.

Иң мөһиме – III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйында төбәк өсөн генә түгел, тотош республиканың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерерлек проекттар тәҡдим ителде. Эшлекле форумда Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу, инвестициялар йәлеп итеүгә мөмкинлек биреү, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса сит ил тәжрибәһен уртаҡлашыу, ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм үҫтереү юлдары барланды, эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

 

Матур башланғыстар ҙа бар

 

Форум барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Арктик Пауэр Кэпитал”ды ойоштороусыларҙың береһе Владимир Тощенко менән осрашты.

Андрей Назаров белдереүенсә, Сибайҙың инфраструктураһы әлегә баш ҡаланыҡынан ҡалыша, әммә Хөкүмәт тарафынан был йәһәттән уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында ҙур эштәр башҡарыла, шул иҫәптән күләмле саралар үткәреүгә лә ынтылыш ҙур. Иң мөһиме – инвесторҙар менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек республикаға һәм Урал аръяғы иҡтисадына ҙур файҙа килтерәсәк.

“Инвестһабантуй үткәреп, халыҡтың көнкүреш кимәлен, эшҡыуарҙар өсөн инфраструктураны яҡшыртабыҙ”, – тине Андрей Назаров. Премьер-министр фекеренсә, Урал аръяғында стратегик фекерле һәр эшҡыуар һәм инвестор өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр бар.

“Әлегә был биләмә баһаланып бөтмәгән, әммә инфраструктура үҫешә. Айырым алғанда, Сибай – Сара тимер юлын төҙөү планлаштырыла. Ул – Ҡаҙағстанға мәғдән ебәрергә мөмкинлек биргән йүнәлештәрҙең береһе. Тимер юл бөтөн илгә кәрәк. Айырым алғанда, ул Сибайға ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү, логистиканы яҡшыртыу һәм арзанайтыу мөмкинлеге бирәсәк. Әлегә инвестиция мөхитен шул рәүешле формалаштырабыҙ, ул Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә булырға тейеш. Бөгөн Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция рейтингында бишенсе урындабыҙ. Киләсәктә һөҙөмтәне тағы ла яҡшырта алырыбыҙға ышанам”, – тип белдерҙе Премьер-министр.

Шулай уҡ Андрей Назаров күптән түгел Әбйәлил районында “Цемекс” заводы асылыу ваҡиғаһын телгә алды. “Был Австрия эшҡыуары, тәүҙә Өфөлә предприятие булдырып, төбәктең мөмкинлектәрен баһалап, республикала артабан үҙ бизнесын дауам итте”, – тине ул һәм “Арктик Пауэр Кэпитал” компанияһы менән дә оҙаҡ йылдар партнер буласағыбыҙға ышаныс белдерҙе.

“Беҙ республиканың, Сибайҙың ҙур мөмкинлектәрен тоябыҙ, һеҙҙең менән бергә үҫешергә теләйбеҙ. Уртаҡ проекттар өсөн кәрәкле инвестицияларҙы беренсе сиратта энергетика өлкәһенә һалырға әҙербеҙ. Республика халҡына файҙа килтерербеҙ тип ышанам”, – тине Владимир Тощенко.

 

Сибайҙың да үҙ “Макдоналдс”ы булыр әле

 

Инвестиция һабантуйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Макдоналдс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Марк Карен республика Хөкүмәте менән Рәсәйҙәге алдынғы йәмәғәт туҡланыуы селтәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Компания Башҡортостанда “Макдоналдс” тиҙ хеҙмәтләндереү предприятиелары селтәрен төҙөү һәм үҫтереү маҡсатын ҡуя. Ошоға ярашлы, киләһе биш йылда республикала тағы 12 предприятие булдырырға ниәтләй. Улар тарафынан һалынасаҡ дөйөм инвестиция күләме – 650 миллион һумға яҡын. Һөҙөмтәлә 600 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, тип күҙаллана.

Бынан тыш, “Роналд Макдоналдстың ғаилә бүлмәһе” тигән бушлай ҡунаҡхана асыу мәсьәләһе лә ҡарала. Бында Башҡортостандың бер һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында дауаланған балаларҙың ата-әсәһе йәшәй аласаҡ.

“Ғаилә бүлмәһе” проекты илдең ете ҡалаһында – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Чебоксарҙа, Түбәнге Новгородта, Һарытауҙа, Ульяновскиҙа һәм Воронежда тормошҡа ашырыла. Ул дауаханаларҙа ата-әсәләр менән балалар өсөн өй шарттарына яҡын ял бүлмәләре булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Андрей Назаров Марк Каренға үтенес менән мөрәжәғәт итте, яңы барлыҡҡа киләсәк 12 “Макдоналдс”тың берәүһен Сибай ҡалаһында ла күрергә теләүен белдерҙе. Кем белә, бәлки, яҡын арала Сибайҙың да үҙ “Макдоналдс”ы булыр әле.

 

“Global Management Challenge” чемпионатында еңеүселәр

 

III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйында “Global Management Challenge” стратегия һәм бизнесҡа идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы финалы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Сибай ҡалаһының коворкинг-үҙәгендә үтте.

Global Management Challenge – стратегик беренселек буйынса донъяла иң ҙур чемпионат. Унда ҡатнашыусылар комплекслы компьютер бизнес-симуляторы ярҙамында бер ай идара итеү тәжрибәһен аласаҡ, шул уҡ ваҡытта ул урта кампанияларҙа йылдар буйы эшләй. Шулай уҡ чемпионат теоретик белемде ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеге бирә һәм, бизнес-белем биреүгә әйҙәгән донъя тәжрибәһен берләштереп, төп идара итеү һәм шәхси күнекмәләрҙе эшләргә ярҙам итә.

-– “Global Management Challenge” чемпионаты – ҡатнашыусылар өсөн бына тигән ҡорал, ул идара итеү өлкәһендә белемде һәм мөмкинлектәрҙе киңәйтергә киң офоҡтар аса. Хәҙерге заман технологиялары бер урында ғына тормай, бер-береһен уҙып китә. Теге йәки был өлкәлә уларҙы нисек тиҙерәк үҙләштерә алаһығыҙ, хеҙмәт баҙарында иң ҙур ихтыяж менән файҙаланылған белгес буласаҡһығыҙ. Был чемпионат тиҙ ваҡыт эсендә үҙеңдең идара итеү һәм шәхси сифаттарыңды камиллаштыуға мөмкинлек бирә. Хәҙер финалға сыҡҡан команда Түбәнге Новгородтағы ярыштарҙа беҙҙең республика данын лайыҡлы яҡлар тип ышанам, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

Беренсе урынды “Строймаркет” ойошмаһы (Рафаэль Ғәлимов) яуланы. “Көмөш” иһә шәхси эшҡыуар Р.Ф. Туҡтаровтың хеҙмәткәрҙәренә, өсөнсө урын Стәрлетамаҡ район хакимиәте вәкиле Айҙар Әбүбәкеровҡа бирелде. Еңеүсе команда 24-25 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

 

“Урал аръяғы – перспективалы биләмә”

 

– Инвестһабантуйҙың төп маҡсаты – Рәсәйгә, тотош илгә Башҡортостанда перспективалы биләмә барлығы, уның Урал аръяғы тип аталыуы хаҡында белдереү. Ҙур түгел, әммә тәбиғәт байлыҡтарына бик бай, ҡыҙыҡлы мөмкинлектәре булған төбәкте танытыу. Әле беҙ мәсьәләне тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ генә, сөнки был әлегә тик өсөнсө инвестһабантуй, ун бишенсе, егерменсе түгел. Ул ваҡытта беҙ ниндәйҙер һөҙөмтәләр хаҡында һөйләшә алыр инек. Шул уҡ ваҡытта бик ҡыуаныслы: бында яйлап булһа ла киң инвестициялар проекты барлыҡҡа килә. Форумда беҙ Урал аръяғы өсөн бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ.

Урындағы халыҡтың фекере менән иҫәпләшмәйенсә, беҙ 30 миллиард һумлыҡ инвестицияны юғалттыҡ. Һүҙ “Рус баҡыр компанияһы” тураһында бара. Бер тапҡыр “янғас”, беҙ был юҫыҡта хәҙер бик иғтибарлы. Хәйер, һәр предприятие тирә-яҡ мөхиткә тәьҫир итмәй ҡалмай. Ә республикала экология мәсьәләһе бик киҫкен тора.

Вена, Истанбул һәм Нур-Солтан ҡалаларында беҙ вәкиллек астыҡ, әммә коронавирус пандемияһы сәбәпле, бәйләнеште нығытып өлгөрмәнек, шуға күрә был майҙансыҡтарҙың һөҙөмтәле эше хаҡында әлегә нимәлер әйтергә иртәрәк. Шулай ҙа Төркиә менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды. Төрөк эшҡыуарҙарын ауыл хужалығынан алып газ һәм нефть етештереү сәнәғәтенә тиклем ҡыҙыҡһындыра. Төрөктәр Рәсәйҙә үҙҙәрен төҙөлөш өлкәһендә киң танытҡан. Беҙҙә лә, Өфө ҡалаһында, ҡеүәтле төрөк фирмаһы “Лимакмаращавтодороги” эшләй.

Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, ниндәйҙер һөҙөмтәләр хаҡында һүҙ йөрөтөү әлегә иртәрәк. Өс йыл – бик аҙ ваҡыт. Шулай ҙа алға китеш бар, сит ил инвесторҙары Урал аръяғы төбәген белә, уны таный һәм бында эшләргә теләге бар. Мәҫәлән, Йозеф Ласселсбергер әфәндене генә әйтеү ҙә етә, – тине Радий Хәбиров хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап биргәндә.

 

Бал да, ҡымыҙ ҙа, бәлеш тә, хатта ҡороттан эшләнгән торт та булды!

 

Сибай ҡалаһында үткән III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйын ике аҙыҡ-түлек фестивале – Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале менән “ҠымыҙFEST” тулыландырҙы.

Башҡортостан халыҡтарының милли аш-һыу төрлөлөгөн күрһәтеү идеяһы Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровтың төбәктең аш-һыу атласын төҙөү тәҡдименә ярашлы барлыҡҡа килде. Ошоға ярашлы, республикалағы милләттәрҙең милли кухняһы фестивален үткәрергә ҡарар ителде. Билдәле булыуынса, былтыр инвестһабантуйҙа “Ҡаҙ һәм бал” гастрономия фестивале ойошторолдо.

Ярты йыл дауамында сараға етди әҙерлек алып барылды: республиканың төрлө төбәктәрендә ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырылып, Башҡортостан халыҡтарының иң үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ ризыҡтары һайлап алынды.

Был юлы ла Хәйбулла уңғандары, һөт ризыҡтарын әҙерләүгә етди иғтибар биреп, райондың брендына әүерелгән ҡоротто эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте, уның әллә күпме төрөн тәҡдим итте. Муйыллы, сейәле, ҡарағатлы, укроплы, киптерелгән, ыҫланған – барыһы ла күргәҙмәлә түрҙән урын алды. Хәйбуллалар хатта ҡороттан торт та эшләп алып килгәйне, ул  фестивалдең яңылығы тип билдәләнде.

Белорет районының Рысыҡай ауылы уңғандарының да ҡорото күп ине. “Ҡоҙасалар” фольклор ансамбле ағзалары был ризыҡҡа ҡарата бик матур таҡмаҡтар ҙа сығарған, бейеү һалған. Йылайыр районы вәкилдәре иһә рус кухняһы менән таныштырҙы. Урындағы халыҡ әҙерләгән маринадланған ҡаҙаяҡ (абаға) менән гөрөздәне башҡа бер ерҙә лә эшләмәйҙәр. Уны һитәле бал һәм ҡайын һуты менән ҡулланғанда, мәртәбәле сит ил ресторандары ла ары торһон! Әйткәндәй, ҡунаҡтар был ризыҡты нисек әҙерләү менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Мариҙарҙың аш-һыуын иһә Бөрөнән килгәндәр тәҡдим итте, уларҙың данлыҡлы алмалары ла булды. Татар халҡының ризыҡтары менән бүздәктәр таныштырҙы. Билдәле булыуынса, улар йыл һайын “Бәлешфест” фестивале үткәрә. Был байрамға ла үҙҙәренең брендҡа әйләнгән “Бүздәк соусы”, “Бүздәк компоты”н, шифалы үләндәрен  алып килгәндәр.

Ә Мәләүез районының мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре урындағы брендҡа әйләнгән ҡыҙыл эремсек менән сейәле май тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. “Мәләүез ынйы­лары” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – Гөлсөм Хисаметдинова) Башҡортостан данын Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур ҡалаларында үткән һабантуйҙарҙа ла яҡлаған.

Шишмә районынан Нурия Мирғәлиева, ауырлығы утыҙ килограмдан ашыу тартҡан урама бешереп, барыһын да хайран ҡалдырҙы. Әбйәлилдән Гөлшат менән Айҙар Йәркәевтәр фестивалгә килеүселәрҙе үҙҙәре әҙерләгән ыҫланған продукциялары менән йәлеп итте. Ыҫланған ҡаҙ, тауыҡ иттәрен, балыҡты халыҡ яратып һатып алды. Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Сәриә Аҡбулатова кәзә ҡымыҙы, кәзә һөтөнән әҙерләнгән сыр, ҡорот, ҡаймаҡ кеүек ризыҡтар тәҡдим итте.

Ҡымыҙ фестивалендә шифалы эсемлекте тәмләп ҡарау ғына түгел, уға дан йырлаған рус яҙыусылары Антон Чехов менән Лев Толстойҙы күрергә мөмкин булды. Башҡорттарға дауаланыу маҡсатында ҡымыҙ эсергә килеүҙәрен сәхнәләштереү күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Лев Николаевич Толстой һәм Антон Павлович Чехов образдарын Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистары Венер Сөнәғәтов менән Нәфис Сәйетов башҡарҙы. Улар Башҡортостанда ҡымыҙ менән дауаланыуҙан алған тәьҫораттарын уртаҡлашты, шифалы эсемлектең файҙаһы хаҡында һөйләне. Теләүселәр, махсус биләмәлә бейә һауып, ҡолондарҙы ашатып ҡараны, шулай уҡ ҡымыҙ һатыу нөктәләрендә теләгән һәр кем батырҙар эсемлеген һатып алды. “ҠымыҙFEST” фестивалендә милли эсемлекте етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре биләмәләре эшләне.

Әйткәндәй, Сибайҙағы ике гастрономия фестивале хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “Инвестһабантуйҙан башҡа, был көндә ике гастрономия фестивале ойошторҙоҡ: милли ризыҡтар һәм “ҠымыҙFEST” конкурсы. Мин үҙ ғүмеремдә күп сәйәхәт иттем, күп ризыҡтарҙы ашағаным булды, әммә элеккесә беҙҙең башҡорт милли аш-һыуын иң тәмлеһе тип һанайым”.

Шулай уҡ Сибай Арбатында төрлө ҡул оҫталарының, кәсепсе-һөнәрселәрҙең үҙҙәре эшләгән әйберҙәренән бай күргәҙмә ойошторолдо, уларға ҡаланың төрлө ойошма вәкилдәре лә ҡушылды.

 

Сибайҙар Ҡала көнөн дә байрам итте

 

Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, сибайҙар бер юлы Ҡала көнөн дә билдәләне. Сибайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға республика Башлығы Радий Хәбиров та килде һәм ҡала халҡын байрам менән ҡотланы.

– Ысын күңелдән барлыҡ Сибай халҡын иҫ киткес байрам менән ҡотлайым! Мин Сибайға һәр саҡ ҙур теләк менән киләм. Беҙ бергәләп ҡала өсөн ауыр ваҡыттарҙы үткәрҙек, Сибайҙағы киҫкен экологик осорҙо бергә күтәрҙек. Әле коронавирус пандемияһы осоронда йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Сибайҙың иҡтисади-социаль үҫеш мәсьәләләрен һәр саҡ бергә хәл итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ ҡаланың нисек үҙгәреүенә шаһит булдыҡ: яңы парк, скверҙар барлыҡҡа килә, юлдар төҙөкләндерелә. Аҡрынлап иҡтисад үҫешә, халыҡтың эш хаҡы арта. Башҡортостан Хөкүмәте һеҙгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, сөнки Сибайҙа һәм Урал аръяғында эшһөйәр, ышаныслы һәм лайыҡлы халыҡ йәшәй. Байрам менән!

Республика Башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын, шулай уҡ “Урал аръяғы тауышы. Балалар” шоу-проектының икенсе миҙгеле еңеүсеһе Карина Тажетдиноваға 200 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Сибай концерт берекмәһе артистары Ғаяз Ғәйетбаев менән Рәзилә Нәбиуллина “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булды.

Радий Хәбиров шулай уҡ Премьер-министр Андрей Назаров, Сибай ҡалаһы башлығы Рөстәм Афзалов менән берлектә III Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2021” инвестиция һабантуйы хөрмәтенә иҫтәлекле плитә һалыуҙа ҡатнашты.

Ҡала көнө республика йондоҙҙарының һәм Мәскәү ҡунағы Валерияның сағыу концерты һәм фейерверк менән тамамланды.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Сибай ҡалаһы.