Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь , 11:00

Тауыш бир ҙә, "Рәхмәт" ал!

Билдәләнгән көндәрҙең береһендә үҙенең һайлау участкаһында тауыш биргән кешеләр “Рәхмәт” тип аталған акцияның махсус браслеттарын аласаҡ.

Тауыш бир ҙә, "Рәхмәт" ал!

Быйыл 17-нән 19 сентябргә тиклем илдә һайлауҙар үтә. Башҡортостанда тауыш биреүселәр Дәүләт Думаһы депутаттары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлаясаҡ.

Билдәләнгән көндәрҙең береһендә үҙенең һайлау участкаһында тауыш биргән кешеләр “Рәхмәт” тип аталған акцияның махсус браслеттарын аласаҡ. Был акция матур йолаға әйләнә бара һәм төрлө ҡала һәм райондар уға ҡушыла. Был браслеттар кешеләргә тауар һәм хеҙмәттәрҙе ташлама менән алыу мөмкинлеге бирә.

“Сибайҙа был акция өсөнсө йыл рәттән үтә. Унда ҡатнашырға теләгән эшҡыуарҙар һаны йыл һайын арта. Партнер-предприятиелар төрлө тауар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итә, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау, дарыухана, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, музейҙар, фитнес-үҙәктәр бар. Төп акция 19 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә ғәмәлдә буласаҡ. Тик ташламаны файҙаланыу ваҡыты төрлө партнерҙарҙа төрлөсә, ҡайһы берҙәрендә улар йыл аҙағына тиклем дә эшләй. Партнерҙар исемлеге менән хакимиәттең рәсми сайтында танышырға була”, – ти Сибай ҡалаһы хакимиәте белгесе Надежда Мелехина.  

Өфөлә партнерҙар һаны 300 ойошма тәшкил итә. Башҡа ҡала һәм райондарҙа 40-тан 70-кә тиклем ойошма ҡушыла.

“Быйыл Туймазы ҡалаһы һәм районында “Рәхмәт” акцияһында 49 предприятие һәм ойошма ҡатнаша. Улар ташламалар бирә, бер тапҡыр бушлай хеҙмәттәр күрһәтә. Беҙҙең театр ҙа унда ҡатнаша. Тауыш биргәндәр үҙ участкаларында браслеттар аласаҡ һәм шуның менән 18 һәм 19 сентябрҙә театрға килеп театрлаштырылған сара-концерт ҡарай аласаҡтар”, – ти Туймазы дәүләт татар драма театры директоры Руслан Вәхитов.

“Рәхмәт” акцияһы Өфө, Өфө районы, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен, Бөрө, Сибайҙа үтә. Муниципалитеттарҙа ҡағыҙ браслеттар таратыласаҡ көндәр һәм сәғәттәр раҫланған. Уның исемлеге менән акцияның рәсми сайтында танышырға була. Шуныһы, браслеттар һаны сикле.

 

Автор:Альфия Мингалиева