Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь , 19:00

Ҡурсаҡ театрына - ташлама менән!

Был хоҡуҡ тауыш биргән һәм "Рәхмәт" акцияһында ҡатнашҡан кешеләргә бирелә.

Ҡурсаҡ театрына - ташлама менән!

Билдәле булыуынса, быйыл 17-нән 19 сентябргә тиклем илдә һайлауҙар үтә. Билдәләнгән көндәрҙең береһендә үҙенең һайлау участкаһында тауыш биргән кешеләр “Рәхмәт” тип аталған акцияла ҡатнаша һәм махсус браслеттар, уны ҡайҙа файҙаланыу мөмкинлеген аныҡлаған буклет аласаҡ.

Акцияла быйыл ун ҡала һәм район ҡатнаша. Сара матур йолаға әйләнә бара, уға төрлө ҡала-райондар ҡушыла. Был браслеттар кешеләргә тауар һәм хеҙмәттәрҙе ташлама менән алыу мөмкинлеге бирә.

“Рәхмәт” акцияһында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла ҡатнаша. Улар һайлаусыларға ниндәй ташламалар тәҡдим итә икән? Был турала театрҙың директоры Альберт Имаметдиновҡа шылтыратып белештек.

"Эйе, беҙҙең театр был матур акцияла быйыл да ҡатнаша. 18 һәм 19 сентябрҙә премьера тамашаһын, Корней Чуковскийҙың “Айболит һәм уның дуҫтарының мажаралары” тип аталған әҫәре буйынса спектаклде тәҡдим итәбеҙ. Ике көндә лә тамаша 16.00 сәғәттә башлана. “Рәхмәт” браслеты менән килгәндәр уны 40 процентлыҡ ташлама менән ҡарай аласаҡ", – тине Альберт Әлфрит улы.

Өфөлә акцияның партнерҙары - 300 ойошма. Башҡа ҡала һәм райондарҙа улар 40-тан 70-кә тиклем.

“Рәхмәт” акцияһы Өфө, Өфө районы, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен, Бөрө, Сибайҙа үтә. Муниципалитеттарҙа ҡағыҙ браслеттар таратыласаҡ көндәр һәм сәғәттәр раҫланған. Уның исемлеге менән акцияның рәсми сайтында танышырға була. Браслеттар һаны сикле икәнлеген онотмағыҙ.

Фото: YouTube

Автор:Альфия Мингалиева