Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Сентябрь , 16:15

Владимир Путин ҡурсаланыуға киткән

Был аҙнаға планлаштырылған сараларҙа ул видеобәйләнеш тәртибендә ҡатнашасаҡ. 

Владимир Путин ҡурсаланыуға киткән

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Тажикстан Президенты Эмомали Рахмонов менән телефон аша һөйләшкән саҡта ҡурсаланыу режимына күсергә мәжбүр булыуы тураһында әйткән.

“Владимир Путин уның тирәһендәге кешеләрҙең коронавирус менән сирләй башлауы осраҡтары асыҡланыуы сәбәпле, билдәле бер ваҡытҡа ҡурсаланыу режимында йәшәргә мәжбүр буласаҡ”, – тип хәбәр итә Кремелдең матбуғат хеҙмәте.

Ошоно иҫәптә тотоп, Путин был аҙнала Дүшәмбе ҡалаһында үтәсәк ОДКБ-ның коллектив хәүефһеҙлеге Советы сессияһында, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына (ШОС) ингән дәүләттәр башлыҡтары Советы һәм ОДКБ менән ШОС ағзалары булған дәүләт башлыҡтарының уртаҡ ултырышында видеоконференция тәртибендә ҡатнашасаҡ.

Әйткәндәй, кисә паралимпия спортсылары менән осрашҡан саҡта ла Рәсәй Президенты уның тирә-яғында коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлашты тип әйткәйне.

Фото: gorod4852.ru

Автор:Альфия Мингалиева