Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Сентябрь 2021, 15:30

Бюллетендәрҙе биреү башланды

Башҡортостанда Дәүләт Думаһы һайлауы өсөн ике төрҙәге – партия һәм бер мандатлы округтар буйынса 3030100 һайлау бюллетене әҙерләнгән.

Бюллетендәрҙе биреү башландыБюллетендәрҙе биреү башланды
Бюллетендәрҙе биреү башланды

VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау календарь планы буйынса, 15 сентябрҙә бюллетендәр участка һайлау комиссияларына тапшырылырға тейеш.

Уларҙың һаны теркәлгән һәм исемлеккә индерелгән һайлаусылар иҫәбенән 0,5 проценттан да артмаҫҡа һәм 70 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.

Территориаль һайлау комиссияһынан участка һайлау комиссияһына бюллетендәрҙе тапшырғанда һанап алалар. Боҙолғандары килеп сыҡһа, уларҙы территориаль һайлау участкаһы ағзалары юҡ итә һәм был хаҡта акт төҙөлә.

Башҡортостанда Дәүләт Думаһы һайлауы өсөн ике төрҙәге – партия һәм бер мандатлы округтар буйынса 3030100 һайлау бюллетене әҙерләнгән. Уларҙың дүрттән бер өлөшө – 742900 данаһы - һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) өсөн тәғәйенләнгән.

Бюллетендәр өс телдә баҫылған: русса – 82 процент (2 миллион 463 мең 700 дана), русса һәм башҡортса – 12 процент (370 мең 050 дана), русса һәм татарса – (196 мең 350 дана).

Фото: "Башинформ".

 

 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас