Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Сентябрь 2021, 15:00

Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?

Матбуғат конференцияһында ошоға бәйле күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде. Барыһы хаҡында - яҙмала.

Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?
Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 2021 йылдағы һайлауҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы асылды.

Ошо уңайҙан уҙғарылған матбуғат конференцияһында һайлауҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов, “Ростелеком” йәмғиәтенең “Башинформсвязь” компанияһы техник директоры Илгиз Баекенов, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығының коммуналь гигиена буйынса күҙәтеү бүлеге начальнигы Лариса Кильдюшова ҡатнашты.

Башҡортостандағы Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге 17 сентябрҙә 8.00 сәғәттә асыла һәм 19 сентябргә тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, йәғни Башҡортостандағы территориаль һайлау комиссияларының тауыш биреү һөҙөмтәһе тураһында протокол төҙөп, йомғаҡ ултырышы үткәреп бөткәненсә.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге эшмәкәрлеген ойоштороуҙы тәьмин итәсәк.

Үҙәктә һигеҙ ҙур камера ҡуйыла, уларҙа һайлау участкаларында урынлаштырылған күҙәтеү камераларынан тура трансляция алып барыласаҡ. Шулай уҡ унда 20 автоматлаштырылған эш урыны булдырылған. Үҙәктән төрлө һайлау участкаларындағы тауыш биреү барышын күҙәтергә мөмкин буласаҡ. “Ростелеком” йәмғиәтенең Башҡортостандағы филиалы видеотрансляцияны техник яҡтан тәьмин итәсәк.

Тауыш биреү барышын күҙәтергә, шулай уҡ видеояҙманы ҡарарға теләгән граждандар Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгенә барыу өсөн бер көн алдан ғариза бирергә тейеш. Ғаризаның раҫланған формаһы Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы сайтына ҡуйылған.

Эшләп торған автоматлаштырылған мониторҙарҙы видеояҙмаға, фотоға төшөрөү һәм видеотеркәү, монитор йәки экрандан, башҡа ҡорамалдарҙан күренештәрҙе күсереп алырға ярамай, был ғәмәлдәр тыйыла. Һәр ғариза буйынса эшләү ваҡыты 60 минуттан артмаҫҡа тейеш.

Ғаризаларҙы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында 16 сентябрь 9.00 сәғәттән алып 19 сентябрҙең 12.00 сәғәтенә тиклем nabludatel102@mail.ru электрон почтаһы аша ҡабул итәләр. Темала мөрәжәғәт итеүсенең тулы исем-шәрифе күрһәтелә. Ҡабул ителгән ғариза 12 сәғәт дауамында ҡарала. Унан мөрәжәғәт иткән кешенең электрон адресына уның Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгенә билдәле бер ваҡытта килергә рөхсәт ебәрелә. Граждан был сәғәттә килә алмаһа, уға башҡа ваҡыт тәҡдим ителеүе ихтимал.

"Ҡыҙыҡһынған кешеләр Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгенә килеп, үҙе һайлау участкаларында тауыш биреү барышы менән таныша ала. Видеоархив йыл дауамында һаҡланасаҡ", – тип билдәләне Ольга Панчихина.

Коронавирус таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгенә битлек менән генә инеү рөхсәт ителә, тән температураһын үлсәйәсәктәр. Талаптарға ярашлы, бинала дезинфекция даими үткәреләсәк. Унда бер юлы 30-ҙан ашыу кеше булмаҫҡа тейеш, 1,5 метр арауыҡты һаҡлау талап ителә.

Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгенең бурыстары:

  • тәүлек әйләнәһенә тауыш биреү барышы тураһындағы мәғлүмәтте туплау;
  • участка һәм территориаль һайлау комиссияларындағы хәлде күҙәтеү;
  • көтөлмәгән хәл килеп тыуһа, оператив булышлыҡ итеү, видеотрансляцияны һәм видеояҙманы ҡарау;
  • һайлауға йәлеп ителгән һайлау комиссиялары, башҡарма һәм урындағы үҙидара власть органдары, Рәсәй Федерацияһының дәүләт органдары, шулай уҡ республиканың Йәмәғәт палатаһы, муниципаль йәмәғәт палаталары, күҙәтеүселәр, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеү.

Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгендә кемдәр эшләй ала?

  • Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары.
  • Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары.
  • Башҡортостандағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр.
  • Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының һайлау комиссияһына ебәргән күҙәтеүселәре: улар юлламаһын һәм паспортын күрһәтергә тейеш.
  • Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгенә килергә теләк белдереп, бер көн алдан ғариза биргән граждандар паспортын күрһәтеп инә.
  • Теркәлгән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре хеҙмәт танытмаһы һәм мөхәрририәт йөкләмәһе буйынса индерелә.
  • Йәмәғәт күҙәтеүе өлкәһендә халыҡ-ара күҙәтеүсе йәки халыҡ-ара эксперт сифатында ҡуйылған тәртип буйынса аккредитация үткән сит ил граждандары һәм башҡалар.

Ҡатнашыу шәхсән булырға тейеш, ә коллектив һәм ойошмалар исеменән ғаризалар ҡабул ителмәй. Шулай уҡ үҙәктә 18 йәше тулған граждандар ғына эшләй ала.

Видеокүҙәтеүҙә ҡатнашыу тәртибе тураһында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында ентекләп таныша алаһығыҙ.

Һорауҙар буйынса эш көндәрендә 8 (347) 218-17-74 телефонына 9.00 – 13.00 һәм 14.00 – 18.00 сәғәттәрҙә шылтырата алаһығыҙ.

Һайлау көндәрендә граждандарҙың тауыш биреүгә ҡағылышлы һорауҙары буйынса Call-үҙәк эшләйәсәк. 17 сентябрҙә 8.00 – 20.00 сәғәттә, 18 сентябрҙә – 8.00 – 20.00 сәғәттә, 19 сентябрҙә – 8.00 – 21.00 сәғәттә. Яҙма мөрәжәғәттәр nabludatel102@mail.ru электрон почтаһы аша ҡабул ителә. Һайлау участкаһында көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда, һайлау тураһындағы закон боҙолған осраҡта күп каналлы һәм бушлай эшләгән 8 (347) 280-89-90 телефонына шылтыратырға мөмкин.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?
Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?
Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?
Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?
Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?
Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?
Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?
Һайлауҙа Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге нисек эшләйәсәк?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас