

“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының республика бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Муниципаль депутаттарҙың төбәк форумында ҡатнашты. Бынан алда ошондай саралар урындарҙа уҙҙы.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанда һайлау алды кампанияһы һөҙөмтәле һәм ҡеүәтле үткән, йома иһә Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау башлана.
– Ул ябай булмаясаҡ, сөнки алдағы осор беҙҙең республика, ил һәм бөтә донъя өсөн еңелдән булманы. Коронавирус инфекцияһы күп көстө алды, кешеләрҙең именлегенә һәм тормошобоҙҙоң күп тармаҡтарына зыян килтерҙе. Беҙгә кешеләрҙе тыңлау, улар менән аралашыу, ҡайһы мәлдәрҙә тынысландырыу һәм улар янында булыу мөһим булды. Был бурысты "биш"кә үтәнек, тип иҫәпләйем. Коронавирус менән көрәшеү өсөн айырыуса белем булмаған һәм күп кешеләргә ярҙам талап ителгән саҡта нәҡ “Берҙәм Рәсәй” тыныс һәм ышаныслы рәүештә халыҡҡа ярҙам күрһәтте, шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбировтың һүҙҙәренсә, Башҡортостан бөгөн, пандемияға бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йылдам үҫешә. Төбәк бюджеты тотороҡлана, эшлекле тормош йәнләнә. Төрлө федераль рейтингтар ошо хаҡта дәлилләй. Мәҫәлән, 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙә – беренсе, Инвестиция климаты буйынса милли рейтингта бишенсе урынды биләй.
“Беҙ уңышлы, ҡеүәтле үҫкән республикала йәшәйбеҙ. Беҙгә алға ышаныслы барырға кәрәк. Үҙебеҙҙең аранан лайыҡлы кешеләрҙе депутатлыҡҡа тәҡдим иттек. Әгәр республика халҡы беҙҙе хуплаһа, ул саҡта Дәүләт Думаһында көслө, яҡшы фракция аласаҡбаҙ. Депутат корпусының бер бурысы – илдең ышаныслы сәйәси таянысын тәьмин итеү, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың фекерҙәренә һәм башланғыстарына ярҙам итеү. Беҙҙең республика фракцияһына башҡа сәйәси партияларҙы күрһәткән депутаттар ҙа инәсәк, һәм улар бергә Башҡортостан мәнфәғәттәрен татыу рәүештә яҡлаясаҡ. Был профессиональ, эшлекле фракция булыр, тип ышанам”, – тине Радий Хәбиров.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитетының беренсе урынбаҫары – финанс-хужалыҡ тәьминәте идаралығы етәксеһе Наталья Орлова партияның программалы эше тураһында һөйләне.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе, парламент рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов төбәк форумдарҙың 35 райондан һәм 15 ҡаланан муниципаль депуттарҙы берләштереүе хаҡында һөйләне. Уларҙа 1200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.
VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин - партияның юлдарҙы төҙөүгә булышлыҡ итеүе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева республика һаулыҡ һаҡлау системаһындағы хәлдәр тураһында әйтте.
Төбәк форумында һуғыш балалары тураһындағы закон, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” прогаммаһы ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙамды тормошҡа ашырыу тәҡдимдәре ҡаралды.
Олег Яровиков фотоһы