

Саҡмағош районының Ҡаратал ауылындағы 3279-сы һайлау участкаһына 100 йәшлек Зәлифә Мусина тәүгеләрҙән булып килгән.
Был хаҡта Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев "Инстаграм"дағы сәхифәһендә һөйләгән. Йөҙйәшәр өйҙә һайлауҙан баш тартҡан, инәй үҙен яҡшы тоя.
“Бер быуатлыҡ ғүмерендә уның бер тапҡыр ҙа һайлауҙа ҡатнашмай ҡалғаны булманы. Үҙенең гражданлыҡ бурысын һәр саҡ намыҫ менән үтәне,”– тип яҙа район хакимиәт башлығы.
Йөҙйәшәр Зәлифә инәйгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Фото: Горобзор.ру