

Һайлауҙың беренсе көнө тамамланды. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығындағы махсус приемникта административ һаҡ аҫтындағы граждандар тауыш биреүҙә ҡатнашты.
Башҡортостан Йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һаҡ аҫтында тотолған 24 кешенең алтауһы тауыш биргән, ә ҡалған 18-е һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан.
Тауыш биреүҙе 119-сы һайлау участкаһынан күсмә урна алып килеп ойошторғандар. Административ һаҡ аҫтындағы граждандар ситтә теркәлгән булһа ла, участка һайлау комиссияһына алдан ғариза биреп, сарала ҡатнашыу теләген белдергән.
Махсус приемникта тауыш биреү 19 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән дауам итәсәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор