

Бөгөн, 17 сентябрҙә, Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге кешеләрҙе ҡабул итә башланы. Был эштә ҡатнашырға теләгән туғыҙ граждандың алтыһы килгән һәм мониторҙар аша тауыш биреү барышын ҡарай алған.
Беренсе булып үҙәктең мөмкинлектәрен 22 йәшлек Өфө егете Павел Платонов һынап ҡарарға булды. Ул баш ҡаланың 209-сы участка һайлау комиссияһы эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәр юҡмы икәнлеген тикшерҙе.
"Тик торғандан килдем, атайым тәҡдим иткәйне. Участкала барыһы ла һәйбәт, сәғәт дауамында күҙәттем, етешһеҙлектәр күрмәнем. Үҙәктә барыһы ла яҡшы ойошторолған, уңайлы", – тине ул.
Павелдан тыш, тағы ике егет һәм бер ҡыҙ гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә, участкаларҙағы хәлдәрҙе күҙәтергә килгән. Уларға Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Әлиә Әхмәҙуллина ла ҡушылған. 194-се участка һайлау комиссияһында йәмәғәт күҙәтеүсеһе булып эшләй ул.
"Бик уңайлы, әгәр бында дежур итһәм, дистанцияла үҙ участкамды күрә алам. Видеостенаны күҙәтеүе лә ҡыҙыҡ булды, унда бар участкаларҙан да трансляцияны ҡарарға мөмкин. Кешеләр күпме килә, эш нисек ойошторолған, хәлдәрҙең аныҡ торошо нисек – һәммәһе лә күренә", – тине ул.
Үҙәктә һайлауҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзалары дежур итте. Мәҫәлән, Рита Некрасова камералар аша үҙен ҡыҙыҡһындырған участканы ҡарай алды.
"Башҡортостанда тауыш биреү башланыуҙың тәүге минуттарынан уҡ кешеләрҙең быйыл күп килере аңлашыла ине. Был камера аша күренеп тора. Күҙәтеү үҙәгендәге трансляциялар, беҙҙең мобиль төркөмдәр эшмәкәрлеге һәм мәғлүмәт киңлектәрен мониторинглау буйынса тауыш биреүҙең тәүге сәғәттәре әллә ни етешһеҙлектәрһеҙ үтте. Барлыҡҡа килгән аңлашылмаусанлыҡтар тиҙ арала Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгендә хәл ителде", – тине ул.
Йәмәғәт штабы ағзаһы Юлиә Картешко кисә мобиль төркөм составында Өфө участка һайлау комиссияларының әҙерлек кимәлен баһалау өсөн урындарға сыҡҡан. Штаб камераларҙың урынлашыуы, бланктар һаҡланған сейфтар, тауыш биреү кабинкалары ҡорғандары буйынса иҫкәрмәләрен әйткән. Бөгөн үҙәктә Юлиә кисә ҡарап сыҡҡан участкаларҙы тикшерергә булған.
"Беҙҙең бөтә иҫкәрмәләр ҙә үтәлгән. Камераға тейешле бөтөн ҡорамалдар ҙа эләгә. Участкаларҙа күҙәтеүселәр бар", – тине ул.
Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгенә бөгөн штаб эксперты, политолог, философия фәндәре кандидаты Сергей Семенов та килгән.
"Үҙәк эшмәкәрлеге бик ваҡытлы ойошторолған. Ҙур мониторҙа онлайн тәртибендә республиканың бөтә участкалары ла күренә. Ихтыяж булһа, компьютерҙан файҙаланып, теләгән участканы асып ҡарарға була. Йәмәғәт күҙәтеүселәре штабҡа килә, хәл менән таныша. Әлегә етди проблемалар булманы – бер ерҙә камералар дөрөҫ тормай ине, икенсеһендә урналар күренмәй. Штаб ағзалары тиҙ арала участкалар менән бәйләнешкә инде, хәл төҙәтелде", – тине Семенов.
Иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров шулай уҡ ошо Йәмәғәт штабы ағзаһы булып тора. Унда ла эшмәкәрлек буйынса ыңғай тәьҫораттар ҡалған.
"Һайлауҙы ни тиклем күберәк бойондороҡһоҙ ойошмалар күҙәтһә, ни хәтлем күберәк күҙәтеүсе йәлеп ителһә, сара шул ҡәҙәр легитим булыр, ойошҡанлыҡ менән һәм дөрөҫ үтер. Минеңсә, үҙәк эш һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Ул бик яҡшы ҡорамалландырылған. Ҙур экранда һайлау участкалары күренә. Күҙәтеүселәр урынға сыҡмай ғына һайлау барышын күҙәтә ала. Был ваҡыт һәм көстәрҙе лә экономиялай. Үҙәктә аҙ ғына кеше күп эш башҡара. Минеңсә, бындай формат кәрәк, ул үҙен аҡлай", – тине Азат Йәнгиров.
Фото: Йәмәғәт күҙәтеүе штабы.