

Башҡортостанда бөгөнгө тауыш биреү дауам итә. Шул уҡ ваҡытта уны тамамлаған төбәктәр ҙә бар. Мәҫәлән, Алыҫ Көнсығыш федераль округында бөгөнгә һайлау участкалары ябылды.
Камчатка крайы менән Чукоткала бөтә һайлау участкалары ла урындағы ваҡыт буйынса 8-ҙә ябылды, был Мәскәү ваҡыты менән - 11.00 сәғәт. Алыҫ Көнсығыш округындағы һуңғы участка Бүрәт Республикаһында Мәскәү ваҡыты менән 15.00 сәғәттә эшен тамамланы.
Һәр ваҡыттағыса, Рәсәйҙә беренсе булып Камчатка, Сахалин, Магадан өлкәләре тауыш бирә башлай. Артабан ул бар ил буйлап бара һәм иң аҙаҡтан Калининград өлкәһендә урындағы ваҡыт буйынса 8-ҙә ябыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә 17, 18 һәм 19 сентябрҙә төрлө кимәл һайлауҙары үтә. Рәсәйҙәр Дәүләт Думаһына һигеҙенсе саҡырылыш депутаттарын һайлай. Йәнә туғыҙ төбәктә туранан-тура губернаторҙар һайлауы ойошторолдо. 39 субъектта йәшәгән кешеләр урындағы Ҡануниәт йыйылыштары депутаттары өсөн дә тауыш бирә.
Фото: news.myseldon.com