Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Сентября 2021, 05:20

Барыһына ла мәғлүмәт ваҡытында барып етһен өсөн

“Матбуғат үҙәгенең төп маҡсаты – бер урында мөмкин булғанса күп мәғлүмәтте туплау, уларҙы һәр сәйәси партия, йәмәғәт ойошмалары һәм киң матбуғат сараларына тигеҙ итеп таратыу”, – тине Владимир Барабаш.

Барыһына ла мәғлүмәт ваҡытында барып етһен өсөнБарыһына ла мәғлүмәт ваҡытында барып етһен өсөн
Барыһына ла мәғлүмәт ваҡытында барып етһен өсөн

Башҡортостанда бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә һайлау башланды. Ошо уҡ ваҡытта Өфөлә Crowne Plaza ҡунаҡханаһы майҙанында “Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәге лә эш башланы. Үҙәк өс көн дауамында – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә эшләйәсәк.

Был көндәрҙә унда йөҙәрләгән журналист, блогер, хәбәрсе эшләйәсәк һәм халыҡҡа һайлау барышы, унда килгән кешеләр һаны, участкаларҙағы хәл тураһында мәғлүмәт биреп торасаҡ, эксперттар, политологтар һәм хоҡуҡ һаҡсыларының фекерен белешәсәк. Даими рәүештә брифингтар үтәсәк, унда Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре, политологтар һәм башҡа яуаплы кешеләр журналистарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Шулай уҡ республиканың район һәм ҡалаларындағы участка һайлау комиссияларынан тура бәйләнештәр ҙә булыр тип көтөлә.

Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшен Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе Владимир Барабаш асты. Уның белдереүенсә, һуңғы ваҡытта һайлауҙа йәмәғәт контроле яҡшырҙы. Шулай уҡ яңы технологиялар ҙа тауыш биреүҙең асыҡлығын тәьмин итә.

“Матбуғат үҙәгенең төп маҡсаты – бер урында мөмкин булғанса күп мәғлүмәтте туплау, уларҙы һәр сәйәси партия, йәмәғәт ойошмалары һәм киң матбуғат сараларына тигеҙ итеп таратыу”, – тине ул.

Әйткәндәй, бөгөн үк Өфөлә Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге лә эшләй башланы. Ул Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында урынлашҡан. Бында бер юлы экранда 48 һайлау участкаһын күрергә була. Штаб етәксеһе, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина белдереүенсә, үҙәктә эшләү өсөн 1300 күҙәтеүсе теркәлгән.

Бынан тыш, тауыш биреүгә бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәк эшләй. Унда бушлай күп каналлы 8 (347) 280-89-90 телефоны буйынса шылтыратыра була.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас