

Һуңғы арала “Ғәҙел Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе еңел булмаған осор кисерә, бер ай эсендә бер нисә тапҡыр урындағы етәкселек алмашынды, ә алдағы етәксене һайлауҙы законһыҙ тип танынылар. Хәл шуға килтерҙе: эсэрҙар бер нисә төрлө күҙәтеүселәр исемлеген төҙөгән. Һөҙөмтәлә шулай килеп сыҡты: партиянан бер законлы вәкил урынына һайлау участкаһына бер нисәү килгән.
“Ғәҙел Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең элекке лидеры Юрий Игнатьев белдереүенсә, күҙәтеүселәр пулы ғинуарҙа уҡ булдырылған, документтарҙы урындағы бүлексәгә ебәргәндәр.
Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина белдереүенсә, был хәл тик партия эсендәге ҡаршылыҡтар сәбәпле барлыҡҡа килгән, партия ағзалары араһында килешелгән эш юҡ. “Әммә нисек кенә булмаһын, иң мөһиме, закондың бар нормалары үтәләргә тейеш – һайлау участкаһында бер партиянан бер күҙәтеүсе булырға тейеш”, – тине ул.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Ленин районы буйынса территориаль һайлау комиссияһы республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына хат менән мөрәжәғәт иткән. Унда билдәләнеүенсә, төрлө һайлау участка комиссияларынан күп һанлы мөрәжәғәттәр килә: "Ғәҙел Рәсәй Патриоттар дөрөҫлөк өсөн" партияһы "бер үк кешенең - С.М. Мироновтың төрлө (визуаль бер-береһенә оҡшамаған) ҡултамғалары ҡуйылған партияның Үҙәк советы Президиумының кәңәш биреү тауышы хоҡуғына эйә булған һайлау комиссиялары ағзаларын тәғәйенләү тураһындағы ҡарарҙарын тәҡдим итә”.
Район комиссияһы ағзалары һайлау берекмәһе тәҡдим иткән ҡарарҙарҙың ҡайһыһын дөрөҫ тип иҫәпләргә кәрәклеген аңлатыуҙы һорай.