

"Һайлау төнө" матбуғат үҙәгендә сығыш яһап, "Медицина мәғлүмәт-аналитика үҙәге" учреждениеһы директорының киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса урынбаҫары Софья Алешина һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында тауыш биреүҙең нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне.
Софья Алешина белдереүенсә, дауаханаларҙағы һайлау участкаһы ябыҡ формала эшләй, сөнки медицина учреждениеһы махсус объекттарға ҡарай. Һайлаусылар һаны күп булмауға бәйле, уларҙа тауыш биреү бер генә көн үтә. Сарала ҡатнашыу өсөн дауаланыусылар ғариза яҙа һәм һайлау ойошторолған корпусҡа барып гражданлыҡ бурысын үтәй. Барлыҡ санитар-гигиена талаптар үтәлә.
"Ковид-госпиталдәрҙә һайлау участкалары юҡ, ундағы сирлеләр тауыш бирә алмай. Әйткәндәй, әле коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен ҡала. Былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл был сирҙе балалар ҙа ауыр кисерә, стационарҙа дауалана. Температура бар икән, өйҙә ҡалырға һәм табип саҡыртырға кәрәк. Ял көндәрендә лә амбулатор хеҙмәт күрһәтеү ойошторола. Мобиль пункттарҙа ковидҡа ҡаршы вакцина эшләтергә мөмкин", - тине Софья Алешина.
Автор фотоһы.