

Өфөнөң Киров районында урынлашҡан 175-се һайлау участкаһы ла иртәнге сәғәт 8-ҙә тантаналы шарттарҙа эш башланы. Инде оҙаҡ йылдар дауамында был участкаға иң беренселәрҙән булып тауыш бирергә республика ЮХХДИ идаралығының элекке начальнигы, хәҙер инде хаҡлы ялдағы полиция полковнигы Динар Ғилметдинов килә. Был юлы ла ул үҙенең элекке ғәҙәтенә хыянат итмәгән.
– Һәр ваҡыттағыса, һайлау участаһына беренселәрҙән булып тауыш бирергә килдем. Был минең өсөн традицияға әйләнгән тип әйтергә була. Бөгөн дә үҙемдең киләсәк өсөн тауыш бирҙем. Илебеҙ беҙҙең халыҡ һайлаған юл буйынса үҫешһен өсөн республиканың һәр кешеһе тауыш бирергә тейеш, - тине Динар Ғилметдинов.
Участка асылып, ярты сәғәт самаһы үткәс, халыҡ һайлау участкаһына әүҙем килә башланы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау өс көн - 17-19 сентябрҙә бара.
Фото: социаль селтәрҙән.