

Башҡортостанда һайлау дауам итә. Тауыш биреү асыҡ һәм ғәҙел үтһен өсөн барлыҡ саралар күрелә.
Әлеге ваҡытҡа билдәле булыуынса, Йәмәғәт штабының һайлауҙы күҙәтеү буйынса мобиль төркөмө Өфөнөң һигеҙ һайлау участкаһында булған.
"Етди закон боҙоу осраҡтары асыҡланманы, – тине төркөм ағзаһы, кеше хоҡуҡтары буйынса Мәскәү бюроһы директоры урынбаҫары Валерий Аббасов. – Участкаларҙа кеше күп. Ошо сәбәпле ҡайһы бер урындарҙа социаль дистанция ҡағиҙәләре тотолмай. Әммә участка һайлау комиссияһы рәйестәре һайлаусыларға ваҡытында мөрәжәғәт итеп, талаптарҙы үтәүҙе һораны. Мобиль төркөм ағзалары видеокүҙәтеү камералары урынлашҡан урындарҙы ҡараны: ул төшөрөп торған урында бюллетень өсөн урналар, тауыш биреү кабиналары, сейфтар һәм комиссия эшмәкәрлеге эләгергә тейеш. Шулай уҡ һайлау процесында ҡатнашҡан бар кешеләрҙең урынлашыуына, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүгә иғтибар иттек.
Фото: "Башинформ".