

Германияның Бундестаг депутаты Штефан Койтер Өфөлә үҙе ҡарарға килгән беренсе һайлау участкаһында уҡ тауыш биреүҙе ойоштороу ғәмәлен юғары баһалаған. 74-се һайлау участкаһы (Машина эшләүселәр һарайы) бөтә талаптарға ла яуап бирә, тип билдәләгән эксперт. Ингән ерҙә уны сит ил делегацияһын санитар эшкәртеү һәм термометрия процедуралары менән ҡаршы алғандар. Бында һәр ҡатта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре күҙәтелә.
Артабан сит илдән килгән эксперттар тауыш биреүҙең нисек барыуы менән таныша алған: һайлаусылар бюллетенде ҡайҙан ала, ниндәй документтар кәрәк, тауыш бирер өсөн тәғәйенләнгән кабина, йәшниктәр ниндәй – барыһын да ентекле өйрәнгәндәр.
Эксперттарҙы бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындырған, шул иҫәптән Рәсәйҙәге коллегаларының фекере лә. Койтер әфәнде Өфөләге күҙәтеүселәрҙән тауыш биреү нисек барыуы, иҫкәрмәләр булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынған һәм, тауыш биреү процесы бер ниндәй тайпылышһыҙ бара, тигән яуап алған.
Никарагуа Республикаһының Юғары һайлау советы магистраты Альма Нубия Бальтодано Марсенаро ҙа, һайлау участкалары бар ҡабул ителгән талаптарға яуап бирә, тигән фекер белдергән. Процесс һайлаусыларға бик тә аңлайышлы итеп ойошторолған, тигән эксперт.