Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Сентябрь 2021, 15:15

“Иң мөһиме – кешеләргә биргән вәғәҙәгеҙҙе онотмағыҙ”

Еңеүгә өлгәшә алмағандар өмөтһөҙлөккә бирелмәһен ине, тип яҙҙы Андрей Назаров.

“Иң мөһиме – кешеләргә биргән вәғәҙәгеҙҙе онотмағыҙ”“Иң мөһиме – кешеләргә биргән вәғәҙәгеҙҙе онотмағыҙ”
“Иң мөһиме – кешеләргә биргән вәғәҙәгеҙҙе онотмағыҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тауыш бирҙе. Был турала ул Фейсбук селтәрендәге сәхифәһендә яҙҙы.

“Бөгөн барып тауыш бирҙем. Бөтә кандидаттарға шуны теләйем: иң мөһиме – кешеләргә биргән вәғәҙәгеҙҙе онотмағыҙ. Шулай уҡ әле еңеүгә өлгәшә алмағандар өмөтһөҙлөккә бирелмәһен ине. Был юлы булмаһа, киләһендә уңыш йылмайыр. Әле интернеттан ҡарап сыҡтым. Баҡтиһәң, 20-се быуаттың бөйөк сәйәсмәндәре араһында еңелмәгәндәрҙе тапмаҫһың. Рузвельт, Черчилль, Аденауэр, Тэтчер, Рейган – барыһының да еңелеүҙәре булған. Улар рухи төшөнкөлөккә бирелмәгән, кеше булып киткән, үҙ идеяларын тормошҡа ашырған”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото: facebook.com/photo/?fbid

Сығанаҡ: www.facebook.com/100001714985777/posts/4544478248952630/

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас