Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Сентябрь 2021, 14:40

Игорь Комаров һайлауҙа ҡатнашты

"Төбәктәрҙә тауыш биреү граждандарға уңайлы шарттарҙа, асыҡ үтһен өсөн ҙур иғтибар бүленә”.

Игорь Комаров һайлауҙа ҡатнаштыИгорь Комаров һайлауҙа ҡатнашты
Игорь Комаров һайлауҙа ҡатнашты

Бөгөн, 17 сентябрҙә, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа ҡатнашты.

Ул Түбәнге Новгород ҡалаһында 2552-се һайлау участкаһында, Козьма Минин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт педагогия университеты бинаһында тауыш биргән.

“Иртәнсәк бар Волга буйы федераль округы буйынса 22,5 мең һайлау участкаһы асылды. Эш планға ярашлы бара, барлыҡ хәүефһеҙлек саралары үтәлә, шул иҫәптән санитар-эпидемиологик талаптар ҙа. Төбәктәрҙә тауыш биреү граждандарға уңайлы шарттарҙа, асыҡ һәм легитим үтһен өсөн ҙур иғтибар бүленә”, – тине ул.

Фото: Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас