Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Сентябрь 2021, 12:50

Инвалидтар ҙа үҙ бурыстарын үтәйәсәк

Уларға бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.

Инвалидтар ҙа үҙ бурыстарын үтәйәсәкИнвалидтар ҙа үҙ бурыстарын үтәйәсәк
Инвалидтар ҙа үҙ бурыстарын үтәйәсәк

Башҡортостанда тауыш биреүҙең тәүге көнө дауам итә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл республикала өс миллиондан саҡ ҡына күберәк кеше һайлау хоҡуғына эйә. Шуларҙың 240 меңе - һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр. Һигеҙ мең кеше - күреү һәләте буйынса инвалид.

Бөгөн Өфөлә ойошторолған Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Үҙәк һайлау комиссияһы бүлеге мөдире Елена Лысова һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе бындай кешеләрҙең нисек тауыш биреүе тураһында һөйләне.

Шулай итеп, инвалидтар өйҙән һайлай ала. Шулай уҡ һуҡырҙар өсөн ете махсуслаштырылған һайлау участкаһы бар. Уларҙең икәүһе - Өфөлә, өсәүһе - Бәләбәйҙә һәм Белорет менән Стәрлетамаҡта берәр участка бар. Был участкаларҙың бөтәһе лә насар хәрәкәтләнгән граждандар күпләп йәшәгән урында урынлашҡан, махсус һандалдар, пандустар менән йыһазландырылған.

“Инвалидтар өйҙән һайлай алһа ла, тауыш биреү – улар өсөн байрам, кешеләр менән күрешеү мөмкинлеге. Һәм беҙ уларҙың был теләген тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәбеҙ, шарттар булдырабыҙ. Бөгөнгә ҡарата республикала һайлау участкаларының 80 процентында пандустар йәки персоналды саҡырыу төймәһе бар. Улар булмаған ерҙә ирекмәндәр дежур итә, улар ярҙам тәҡдим итә”, – тине Елена Лысова.

Һуҡырҙар һәм насар күргәндәргә тауыш биреү өсөн махсус трафареттар һәм лупалар биреләсәк. Участкаларҙа һуҡырҙар йәмғиәте вәкилдәре һәм ирекмәндәр эшләйәсәк.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас