

“Һайлау – 2021” йәмәғәт матбуғат үҙәге үҙенең эшен дауам итә. Сираттағы брифингты Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина бирҙе. Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытҡа тиклем ҙур булмаған етешһеҙлектәр теркәлгән. Мәҫәлән, бер партия вәкилдәре бер үк танытма буйынса төрлө һайлау участкаларына үтергә тырышҡан.
Ольга Панчихина фекеренсә, бында, моғайын, ғәмәлдәрҙең килешелмәгән булыуы арҡаһында шулай килеп сыҡҡандыр. Сөнки күҙәтеүселәрҙе партия йәки кандидат йүнәлтә. Уның белдереүенсә, 13 сентябргә тиклем алынған танытмалар ғына ғәмәлдә тип һанала.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Евгений Мельников белдереүенсә, иртән эш башланып сәғәт ярым ваҡыт үткәнсе һигеҙ шылтыратыу килгән. Кешеләр башлыса үҙҙәренең тауыш биреү участкаһы адресын асыҡлаған. “Артабан шылтыратыуҙар күберәк булыр тип уйлайбыҙ. Эш яңы башланып тора”, – тине ул.
“Һайлау барышын Йәмәғәт күҙәтеү үҙәге аша ҡарап барыу бик ҡыҙыҡ. Унда һигеҙ экран ҡуйылған, улар алты участканы күрһәтә, 15 секунд һайын участкалар алмашынып тора. Шулай уҡ камералар сейфтарға йүнәлтелгән, бында тәүге көндәрҙә тауыш биргән кешеләрҙең бюллетендәре һаҡланасаҡ. Уларҙың теүәл генә һаҡланыуы мәсьәләһе һуңғы көндәрҙә ныҡ тикшерелде”, – тине Ольга Панчихина.
Уның белдереүенсә, үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләй, унда Башҡортостан Йәмәғәт палатаһына 19 сентябрҙең 12 сәғәтенә тиклем еберелгән ғариза буйынса инергә була. Ғаризала ниндәй ваҡытта килергә теләүегеҙ яҙылырға тейеш. Уны раҫлау өсөн 12 сәғәт ваҡыт бирелә. Экранда һайлау барышын бер сәғәт дауамында ҡарарға рөхсәт ителә.
“Закон боҙолоу тураһында хәбәр алһаҡ, урынға барыу мотлаҡ түгел, беҙ яҙманы ҡарай алабыҙ. Урынға сығыр өсөн мобиль төркөм дә бар”, – тине Ольга Панчихина.
Фото: Башинформ.