Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Сентябрь 2021, 13:30

Колл-үҙәк эшен дауам итә

Һайлауға ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, һеҙ ҙә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Колл-үҙәк эшен дауам итәКолл-үҙәк эшен дауам итә
Колл-үҙәк эшен дауам итә

Йәмәғәт палатаһының колл-үҙәге һайлауҙы күҙәтеү буйынса эшен дауам итә.

Бөгөн төшкә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 20 шылтыратыу булған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең яртыһы тиерлек һайлау участкаһы адресын һәм участка һайлау комиссияһы телефонын һораған. Ҡайһы берәүҙәр ниндәй һайлау барыуы, кемде һайлауҙары тураһында ҡыҙыҡһынған. Өфөнөң Киров районында башҡортса бюллетень бирмәгән өсөн ризаһыҙлыҡ белдереп шылтыратҡандар. Шулай уҡ "Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы" ассоциацияһы эше менән дә ҡыҙыҡһынғандар булған. Бер ҡатын 85 йәшлек атаһына өйҙә тауыш биреүҙе ойоштороуҙы үтенгән.

Шулай уҡ районда теркәлеп, Өфөлә тауыш биреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынғандар ҙа бар. Йәмәғәт күҙәтеүе штабы эшмәкәрлеген тура трансляциялау буйынса ла һорауҙар булған.

Фото: Йәмәғәт палатаһының колл-үҙәге.

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан #Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Колл-үҙәк эшен дауам итә
Колл-үҙәк эшен дауам итә
Колл-үҙәк эшен дауам итә
Колл-үҙәк эшен дауам итә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас