

Өфө ҡалаһы Совет районындағы 363-сө һайлау участкаһына ла халыҡ иртәндән ағылды. Айырыуса ололар мөһим сәйәси сараға яуаплы ҡарай. Мәҫәлән, 85 йәшлек Рәмзилә Фәлиуллина менән 90 йәшлек Дания Хөсәйенованың бер һайлауҙы ла ҡалдырғаны юҡ икән.
"Сараның өс көн ойошторолоуы бик уңайлы, күмәк кеше йыйылмай. Беҙҙең быуын ғүмер буйы эшләне, бер һайлауҙы ла ҡалдырманы", – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты улар.
363-сө участка һайлау комиссияһы рәйесе Гүзәл Лизогуб һөйләүенсә, халыҡ иртәнсәктән әүҙем килә башлаған. Кешеләр күпләп йыйылмағас, коронавирус таралыу хәүефе лә кәмей.
Дөйөм алғанда, бындағы комиссияла 14 кеше эшләй, шулай уҡ өс ирекмән, һигеҙ күҙәтеүсе бар.
Был участкала 2511 кеше - Дәүләт Думаһына, ә 2453 кеше Өфө ҡалаһы Советына депутаттар һайлауында ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш.
Участкала барлыҡ санитар-гигиена ҡағиҙәләре күҙәтелә. Тауыш биргән кешеләргә “Рәхмәт” беләҙектәре бирелә.
Автор фотоһы.
#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор