

Илебеҙҙә мөһим сәйәси ваҡиға – һайлау бара. Унда 18 йәше тулған һәр граждан ҡатнашырға хоҡуҡлы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина бөгөн иртән үк үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
– Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнашҡан кандидаттар өсөн тауыш биреү башланды. Дәүләт Думаһының яңы составын һайлау йәмғиәт тормошонда мөһим ваҡиға булып тора. Закондар һәм башҡарма власть органдарының үҙ-ара һөҙөмтәле һәм эшлекле хеҙмәттәшлегенә күп нәмә бәйле буласаҡ. Конституцияға үҙгәрештәр индерелеүе арҡаһында Дәүләт Думаһы йоғонтоло вәкәләттәр алды.
Беҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәгән кешеләр, был көндәрҙә ҡала Советының яңы составы өсөн дә тауыш бирәбеҙ. Өфө – беҙҙең республиканың йөрәге. Күп билдәле шәхестәр унда танылыу алған. Ҡалабыҙҙың сәскә атыуын һәм именлек теләйбеҙ.
Республика халҡын илебеҙҙең киләсәгенә битараф булмаҫҡа һәм һайлауҙа тауыш биреүҙә ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырам. Мин бөгөн тауыш бирҙем, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Фото: социаль селтәрҙән.