

Шулай итеп, Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, һайлау башланды. Өфөлә ойошторолған Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә лә эш ҡайнай. Бында ярты сәғәт һайын брифингтар үтеп тора. Тәүгеләрҙән булып журналистар менән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов аралашты. Уның белдереүенсә, бөгөн республикала 39 ваҡытлы һайлау участкаһы асыласаҡ. Улар дауаханалар, шифаханаларҙа, тәфтиш изоляторында урынлашҡан.
“Был урындарҙа ла кешеләр, уларҙың әүҙем һайлау хоҡуғы бар. Әлбиттә, улар тауыш бирә ала һәм беҙ быны тәьмин итәсәкбеҙ. Был ваҡытлы урындарҙа тулы хоҡуҡлы һайлау участкалары булдырылды. Шуныһы, улар бер көн генә эшләйәсәк – 19 сентябрҙә. Рәсәйҙә теркәлмәгән граждандар өсөн Өфөлә Посад урамы, 26-сы йортта шулай уҡ махсус участка эшләй. Һәр кемгә үҙе менән паспорт алырға кәрәк, – тине ул.
Марат Ғәҙелов белдереүенсә, бөгөн иртән республикалағы бөтә 3403 участка ла асылған. Кешеләр хоҡуҡтары менән файҙалана, иртәндән килә башлағандар. Һәр участкала кешеләргә шәхси һаҡланыу саралары – битлек, бирсәткә, ручка бирәләр. Шулай уҡ һәр кемдең тән температураһы үлсәнә. Инеү һәм сығыу урындары мөмкинлек булған урында айырылған.
Рәйес урынбаҫары әйтеүенсә, төбәктә тауыш биреү барышын 1320 видеокүҙәтеү камераһы аша ҡарап була. Шулай уҡ участкаларҙа тиҫтәләгән мең күҙәтеүсе эшләй, сараны 500-ҙән ашыу журналист яҡтырта.
Фото: cikrb.ru