Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Сентябрь 2021, 12:00

Сит ил эксперттары менән осрашыу

Делегаттар Бөйөк Британиянан, Германиянан, Словакиянан килгәйне.

Сит ил эксперттары менән осрашыуСит ил эксперттары менән осрашыу
Сит ил эксперттары менән осрашыу

“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров парламентҡа һайлау сиктәрендә сит ил эксперттары вәкилдәре менән осрашты. Делегаттар Бөйөк Британиянан, Германиянан, Словакиянан килгәйне. Уларҙың ҡайһы берҙәре – Европарламенттың элекке депутаттары.

Ә бына Никарагуанан Президенттың Рәсәй менән мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Ортега Мурильо Лауреано Факундо килгән. Осрашыу барышында Башҡортостан менән Никарагуа араһында нефть һәм газ тармағы, туризм һәм мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар. Андрей Назаров Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарында белем алған Никарагуа студенттары һанын арттырыу планы менән уртаҡлашты.

Ҡунаҡтар һайлау кампанияһынан һуң республикаға саҡырыуҙы шатланып ҡабул итте. Сараның аҙағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров уларға башҡорт милли кейемдәрен тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас