

Башҡортостандағы һайлау барышын сит ил ҡунаҡтары ла күҙәтә.
“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уҙғарылған брифингта Германия Федератив Республикаһы Бендестаны депутаты, тикшереү буйынса комиссия рәйесе Штефан Койтер, Никарагуа Республикаһының һайлау советы магистраты Альма Нубия Бальтодано Марсенаро һәм Никарагуа Республикаһы Президентының инвестиция, сауҙа һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Лауреано Факундо Ортега Мурильо ҡатнашты.
"Күрелгән сараларҙы ҡараныҡ, һайлау тураһындағы законға тауыш биреүҙе ойоштороу тура киләме-юҡмы икәнен тикшерҙек. Беҙгә барлыҡ сараны ҡарау мөһим һәм бигерәк тә пандемия ваҡытында. Участкаларҙа яҡшы ҡабул иттеләр. Бөтәһе лә һәйбәт ойошторолған", – тине Альма Нубия Бальтодано Марсенаро.
Ул беҙҙә һайлау участкаларында ҡатын-ҡыҙҙың күп эшләүенә иғтибар иткән, коронавирустан һаҡланыу маҡсатында күрелгән сараларҙы ла оҡшатҡан. Әйткәндәй, Никарагуала Рәсәйҙә етештерелгән “Спутник V” вакцинаһын яһаталар икән.
Германиянан Штефан Койтер Рәсәйгә эксперт булараҡ өсөнсө тапҡыр килә. 2020 йылда Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса уҙғарылған Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһын күҙәтеп, биш участкала булған. "Береһендә лә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы күрмәнем. Йәмәғәт күҙәтеүселәре менән аралашып өлгөрҙөм. Башҡортостанда сараны ойоштороу оҡшай, Өфөлә лә, ҡаланан ситтә лә булдыҡ", – тине Штефан Койтер.
Ул участкаларҙағы видеокүҙәтеүҙәргә лә иғтибар иткән.
"Рәсәй граждандарға һайлауҙа иреклекте тәьмин итә. Илдән делегацияның ноябрҙә Никарагуала уҙасаҡ һайлауҙы күҙәтеүен теләйбеҙ", – тине Лауреано Факундо Ортега Мурильо. Ул республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән осрашҡан. Ике арала төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тураһында һөйләшкәндәр.
Автор фотоһы.
#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор