Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Сентябрь 2021, 04:45

Тауыш биреү башланды!

Мөһим сәйәси саранан ситтә ҡалмау -- гражданлыҡ бурысын үтәү ул.

Тауыш биреү башланды!Тауыш биреү башланды!
Тауыш биреү башланды!

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, бөгөн һайлау башланды. Иртәнге сәғәт 8-ҙә республикалағы барлыҡ һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты. Гражданлыҡ бурысын үтәп, тауыш бирергә теләгән кешеләр өсөн 3403 һайлау участкаһы эшләй. Шул иҫәптән дауаханаларҙа, кешеләр һаҡ аҫтында тотолған урындарҙа, шифаханаларҙа, тимер юлы вокзалында, аэропортта, ҡарттар йорттарында.

Рәсәйҙә теркәлмәгән кешеләр баш ҡалала Посад урамы, 26-сы йортта тауыш бирә ала. 272 ауылда 30 мең самаһы кеше күсмә участка-автобустарҙа тауыш бирәсәк. Инвалидтар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булғандарға комиссия ағзалары өйҙәренә барасаҡ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл һайлау өс көн дауам итә - 17, 18 һәм 19 сентябрҙә. Башҡортостанда тауыш биреү хоҡуғы өс миллиондан ашыуыраҡ кешелә бар. 43 мең кеше быйыл беренсе тапҡыр һайлауға бара. Дөйөм алғанда, Башҡортостан өсөн һәр төрлө бюллетендәрҙе 3030100 дана күләмендә баҫтырғандар, шул иҫәптән КОИБ аша тауыш биреүселәр өсөн - 742900.

Был өс көндә республика халҡы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлай. Шулай уҡ Башҡортостанда өс округта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары өсөн тауыш бирәсәктәр. Өфө, Белорет, Бөрө, Өфө районының Йоматау ауыл Советында урындағы советтар депуттары һайланасаҡ. Күп кенә ҡала һәм райондарҙа Советтарға өҫтәмә һайлауҙар буласаҡ.

Тағы шуныһы, тауыш биргән кешеләр "Рәхмәт" акцияһында ҡатнаша ала. Һайлағандан һуң һеҙгә браслет бирелә, аҙаҡ уны төрлө ташламаларға алмаштырып буласаҡ. 

Фото: put-okt.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас