Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Сентябрь 2021, 10:00

Тауыш та бирәбеҙ, файҙа ла күрәбеҙ!

“Рәхмәт” акцияһы сиктәрендә һайлаусылар 900 самаһы ойошма-партнер тәҡдим иткән ташламалар менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә.

Тауыш та бирәбеҙ, файҙа ла күрәбеҙ!Тауыш та бирәбеҙ, файҙа ла күрәбеҙ!
Тауыш та бирәбеҙ, файҙа ла күрәбеҙ!

17-19 сентябрҙә, бөтә ил күләмендәге кеүек, Башҡортостанда ла һайлау үтә. Был көндәрҙә республиканың 10 ҡалаһында һәм районында йәшәгән иң әүҙем һайлаусылар өсөн “Рәхмәт” акцияһы уҙғарыла. Ул 2020 йылда Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә, 2019 йылда – Башҡортостан Башлығын һәм 2007 йылда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа һынап ҡаралды.

Тауыш биргән һәр кемде төрлө тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташламалар көтә. Акцияла ҡатнашҡан ойошмалар исемлеге (улар 900-гә яҡын) махсус сайтта бирелгән: https://рахмат102.рф/.

Ташламаларға хоҡуҡ биргән беләҙектәр һаны сикле. Улар һайлау участкаларында бирелә. Йәғни һайлауға алданыраҡ килгәндәрҙең беләҙекле булыу мөмкинлеге лә ҙурыраҡ.

Аныҡлап әйткәндә, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта бындай бонусҡа өс көн дауамында – 17, 18, 19 сентябрҙә, Туймазы районында – 18 һәм 19 сентябрҙә, Салауатта, Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Бөрөлә, Благовещенда, Өфө районында 19 сентябрҙә эйә булырға мөмкин.

18 һәм 19 сентябрҙә Өфө ҡалаһындағы 12 музей киске 20.00 сәғәткә тиклем беләҙеге булғандарҙы бушлай ҡабул итә. Улар иҫәбендә – Республика Милли музейы һәм уның филиалдары - В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейы, Ш. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы, С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы.

Тағы бер мәҙәни учреждение – “Интеллектус” ҡыҙыҡлы фәндәр йорто 17-19 сентябрҙә ике билетты бер билет хаҡы менән тәҡдим итә. Был осраҡта эш көндәрендә – 350, ял көндәрендә 450 һумды янда ҡалдырырға була. Ҡыҙыҡлы фәндәр йортонда интерактив экскурсияларҙа, фәнни шоуҙа ҡатнашырға һәм экспонаттар менән танышырға мөмкин. “Сарала тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ, килеүселәр күп булыр, тип көтәбеҙ”, - тине “Интеллектус”тың директоры Айрат Сәйфуллин.

Был башланғысҡа ҡарата иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров үҙ фекерен белдерҙе.

– Тауыш биреүҙә ҡатнашҡан кешеләргә ташламаларға һәм бонустарға эйә булыу мөмкинлеге биргән “Рәхмәт” акцияһы хуплауға лайыҡ, тип иҫәпләйем. Беренсенән, ул эшҡыуарлыҡ ойошмаларының һайлауға битараф булмауын күрһәтә, икенсенән, был акция – бойондороҡһоҙ, йәғни бер партияныҡы ла йәки кандидаттыҡы ла түгел. Өсөнсөнән, ул – ҡатнашыусы-партнерҙарҙы танытыу, сауҙа селтәрҙәре һәм магазиндар, төрлө хеҙмәттәр күрһәткән ойошмалар тураһында мәғлүмәтте таратыу алымы. Уның халыҡтың ихтыяжын киңәйтеүгә, ыңғай иҡтисади тәьҫиргә лә эйә булыуы бар. Һайлаусыларҙың әүҙемлегенә килгәндә, ул был акцияһыҙ ҙа юғары булыр ине, әммә “Рәхмәт”тең дә өлөшө буласаҡ, - тип билдәләне Азат Йәнгиров.

Акцияла нисек ҡатнашырға? Быны эшләү бик ябай.

1 . 17-19 сентябрь арауығында үҙ участкаңда тауыш бирергә.

  1. Ҡағыҙ беләҙек алырға.
  2. Акцияла ҡатнашҡан партнерҙар тәҡдим иткән ташламалар менән файҙаланырға. Улар менән танышыу өсөн һылтанма: https://рахмат102.рф/

Фото: инвест-уфа.рф

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас