

Бөгөн иртәнге 8.00 сәғәттә Яңауыл ҡалаһы һәм районындағы бөтә һайлау участкалары ла үҙ эшен башланы. Бында Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙан тыш, Башҡортостандың 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, Һандуғас һәм Эткенә ауыл биләмәләре советтарына өҫтәмә һайлауҙар үтә.
18 йәшлек игеҙәктәр Әлфиә менән Гөлфиә Миңлеғоловалар бөгөн үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын үтәне. Ҡыҙҙар икеһе лә студенттар, Әлфиә – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла, Гөлфиә БДУ-ның Бөрө филиалында белем ала. Ҡыҙҙарҙы ваҡытлыса дистанциялы алымда уҡырға ҡайтарғандар. “Беҙҙең ғаиләлә мөһим эштәрҙе һуңға ҡалдырыу ғәҙәте юҡ, шуға күрә, һайлау өс көн барыуға ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ менән бөгөн килеп тауыш бирҙек”, - ти студент ҡыҙҙар.
Һайлау комиссияһы ағзалары Әлфиә менән Гөлфиәне тормоштарындағы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тә тапшырҙы.
Никольск ауылынан тыл хеҙмәтсәне, туғыҙ бала әсәһе 93 йәшлек Хөсниҙиян Ғарифулла ҡыҙы Зөбәйерова быға тиклем дә бер һайлауҙа ла ҡатнашмай ҡалмаған. Был юлы өйҙә генә һайларға ҡарар иткән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хужалыҡ эштәрен үҙе башҡара, донъяһын матур итеп баға.
“Дөйөм алғанда, районда һайлау тыныс, эшлекле шарттарҙа бара. Халыҡтың әүҙемлеге тәүге көндә үк асыҡ күренә”, - тип билдәләй һайлау комиссияһы ағзалары.
Сығанаҡ һәм фотолар: “Янаульские зори” баҫмаһы.