Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2021, 06:15

Һаҡ аҫтындағыларҙың хоҡуғы күҙәтелә

2-се Белорет тәфтиш изоляторында енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтында булған һәм ғәйепләнгән граждандар тауыш биргән.

Һаҡ аҫтындағыларҙың хоҡуғы күҙәтеләҺаҡ аҫтындағыларҙың хоҡуғы күҙәтелә
Һаҡ аҫтындағыларҙың хоҡуғы күҙәтелә

Йәмәғәт штабының 2021 йылғы һайлауҙы күҙәтеү буйынса ағзаһы Олег Гагин хәбәр итеүенсә, кисә Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығына ҡараған 2-се Белорет тәфтиш изоляторында енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтында булған һәм ғәйепләнгән граждандар тауыш биргән.

Изоляторҙа 235 кеше һаҡ аҫтында тотола, уларҙың пассив һайлау хоҡуғы булған 159-ы тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Уларҙың хоҡуғы һаҡланыуын Башҡортостан Йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһы ағзалары күҙәткән. Дәғүәләр булмаған, тауыш биреү законға ярашлы уҙғарылған.

"Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы ҡарамағында тағы ла дүрт тәфтиш изоляторы һәм ведомство дауалау учреждениеһы бар. Эске эштәр министрлығының республика буйынса идаралығы ҡарамағындағы изоляторҙарҙа тотолғандар 19 сентябрҙә лә тауыш бирәсәк", - тине Олег Гагин.

Полиция бүлексәләренә алып килеп, 48 сәғәткә тотолған граждандар полиция бүлегенә, уның дежур хеҙмәтенә ғаризаһы буйынса, күсмә урналар ярҙамында тауыш бирә ала. Күрһәтелгән объекттарҙа йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһы эшләйәсәк.

Фото: "Башинформ".

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

   

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас