

Аэропорт ҡасабаһында һайлауҙың беренсе көнөндә 200-ҙән ашыу кеше тауыш бирҙе.
Бындағы халыҡ өсөн 123-сө һайлау участкаһы ойошторолған. Комиссия рәйесе Надежда Красильникова хәбәр итеүенсә, эш һөҙөмтәләре буйынса 17 сентябрҙә 200-ҙән ашыу кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. Тауыш биреүселәрҙең төп өлөшө етештереү процесынан айырылмай һайлау мөмкинлеген атҡара алған.
Әйткәндәй, һайлау участкаһы Өфө ҡалаһының Төҙөүселәр урамындағы 15-се йортта урынлашҡан. Бина күсмә йәшниктәр, тауыш биреү кабиналары, кәрәкле мебель, сейф, видеокүҙәтеү саралары, металл декторҙар менән йыһазландырылған. Эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн һайлау комиссияһы ағзалары һәм һайлаусылар мотлаҡ шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Уңайлы булһын өсөн, тауыш биреү көндәрендә аэропорт вокзалындағы майҙандан һайлау участкаһына тиклем автобустар йөрөй. Улар һайлаусыларҙы кире илтеп тә ҡуя.
Сараны ойоштороуға аэропорт хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителгән. Ҡасабалағы һайлау участкаһында – ете кеше. Ун икеһе республикабыҙҙағы башҡа һайлау участкаларында эшләй.
Фото: Йәмәғәт штабы.