

Алдағы йылдарҙа һайлау процесы нисек ойошторолор? Электрон тауыш биреү Башҡортостанға ҡасан килеп етер? “Һайлау төнө. Һайланғандар ваҡыты” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эксперттар ошо һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Уларҙың фекерҙәре тура килде: киләсәк – электрон тауыш биреүҙә.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе Владимир Барабаш фекеренсә, һанлы тауыш биреү – бөгөнгө көндөң иң мөһим новеллаһы.
"Әле журналистар әүҙем рәүештә Президент Владимир Путиндың электрон тауыш биреүе тураһында хәбәр итә: ил етәксеһе ҡурсаланыу тәртибендә. Яңылышмаһам, ете төбәктә ошо һайлауҙа уҡ тест режимында электрон һайлау индерелде. Был турала бөтә ил буйынса ҡарар ҡабул ителһә, ул барлыҡ электораль картинаны үҙгәртәсәк. Кешеләр донъяның төрлө нөктәләренән тауыш бирә аласаҡ. Дөрөҫ һаналмаған бюллетендәр, һөҙөмтәлә алдашыуҙар булыуына шикләнеү тыумаясаҡ. Шунда уҡ һандарҙы күреп бара аласаҡбыҙ. Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге лә артыр тип уйлайым.
Хәҙер тест үткәрелгән төбәктәр тәжрибәһе өйрәнеләсәк, был алым хупланһа, бар илгә таратыласаҡ.
Биш йылдан, киләһе Дума һайлауҙарына, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла тауыш бирә алырбыҙ тип уйлайым. Был яңылыҡ һайлау процесын бөтөнләй үҙгәртер, моғайын", – тине Владимир Барабаш.
Автор фотоһы.