

Бөгөн иртәнге сәғәт 10-ға ҡарата Йәмәғәт күҙәтеүе үҙәгенә видеокүҙәтеүҙә ҡатнашырға теләк белдереп 14 кеше ғариза биргән. Әлегә аныҡ участкалар эшен 11 кеше күҙәткән. Үҙәккә 40 кеше килгән.
2021 йылдағы һайлауҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабының колл-үҙәгенә бөгөн 9.48 сәғәткә ҡарата 36 шылтыратыу булған. Күптәр республика Үҙәк һайлау комиссияһының һәм участкаларҙың телефондарын һорай, өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ башҡорт телендә бюллетендәр тәҡдим итмәгәнгә зарланғандар ҙа бар.
16 сентябрҙә Йәмәғәт штабының күҙәтеү буйынса эш төркөмдәре Өфө ҡалаһындағы 82-се, 83-сө, 315-се, 321-се, 217-се, 375-се, 74-се, 102-се участка һайлау комиссияларында булып, биналарҙың әҙерлеген, коронавирусты иҫкәртеү буйынса күрелгән сараларҙы тикшергән.
17 сентябрҙә Өфө ҡалаһындағы 110-сы, 238-се, 172-се, 175-се, 214-се, 215-се, 216-сы, 217-се, 9-сы, 14-се, 27-се, 119-сы, 394-се, 129-сы, 3481-се һәм Белорет ҡалаһындағы 1300-сө участка һайлау комиссияларында булғандар.
Урындарға сыҡҡанда ҡайһы бер участкаларҙа һайлаусыларҙың сиратҡа тороуы, бәғзе биналарҙа видеокүҙәтеү камералары булмауы асыҡланған. Был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрелгән.
“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уҙғарылған брифингта ҡатнашҡан Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары ошо хаҡта һөйләне.
Фото: op.bashkortostan.ru
#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор