Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2021, 06:30

Һайлау урынында... туй

Йәмәғәт штабы төркөмө ни өсөн тиҙ генә 9-сы һайлау участкаһына йүнәлгән, һөҙөмтәлә ниҙәр асыҡланған?

Һайлау урынында... туйҺайлау урынында... туй
Һайлау урынында... туй

17 сентябрҙә һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзалары Ольга Панчихина, Марина Таран, Евгений Мельников, Юлия Картешко өс һайлау участкаһында (9-сы, 14-се, 27-се) булды.

Тәүгеһендә һайлау ЗАГС бинаһында үткәрелә. Бина бәләкәй булһа ла, эш яйға һалынған. Йәмәғәт штабы төркөмө тиҙ генә 9-сы һайлау участкаһына йүнәлә, сөнки видеокүҙәтеү системаһы унда никах теркәү барғанын төшөрә. Асыҡланыуынса, был ЗАГС залында тауыш биреү 19 сентябрҙә үтәсәк икән. Шуға камера алдан ҡуйылған. 17-18 сентябрҙә иһә һайлаусылар күрше бүлмәлә тауыш бирә. Бар процесс юғарылағы һайлау комиссиялары менән килешелгән, онлайн яҙма видеола теркәлә, участкала тауыш биреү штат режимында бара, күҙәтеүселәр – партияларҙан, кандидаттарҙан, шулай уҡ Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан.

14-се һайлау комиссияһы участкаһында техник төҙөкһөҙлөк теркәлгән: унда бер камера эшләмәгән, техник ярҙам күрһәтелеп, был хәл яйға һалынған.

27-се һайлау комиссияһы участкаһы дөйөм туҡланыу ойошмаһы биләмәһендә урынлашҡан. Ошоға бәйле, мобиль төркөм унда барырға, эштең нисек ойошторолғанын тикшерергә ҡарар иткән. Улар килгәндә, һайлау комиссияһы штат режимда эшләгән. Бинаны елләтергә тигән кәңәш бирелгән.

Фото: Йәмәғәт штабы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас