Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2021, 17:00

Бөрйән районында ниндәй хәл теркәлде?

Тауыш биреүҙең икенсе көнөндә социаль селтәрҙәрҙә бер видеояҙма килеп сығып, бар республикаға таралды. Унан күренеүенсә...

Бөрйән районында ниндәй хәл теркәлде?Бөрйән районында ниндәй хәл теркәлде?
Бөрйән районында ниндәй хәл теркәлде?

Тауыш биреүҙең икенсе көнөндә социаль селтәрҙәрҙә бер видеояҙма килеп сығып, бар республикаға таралды.

Унан күренеүенсә, һайлау комиссияһы ағзалары бер нисә бюллетенде тауыш биреү йәшниктәренә һалып тора. Видеола был хәлдең ваҡыты һәм көнө лә күрһәтелгән: 2021 йылдың 18 сентябре, 12.17 сәғәт. Күп тә үтмәне, был хәлдең Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы участкаларҙың береһендә булыуы асыҡланды.

Бөрйән районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Салауат Уразаев хәлдең ысынбарлыҡта нисек булыуы тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, роликта Иҫке Собханғол ауылындағы район мәҙәниәт йортондағы участка һайлау комиссияһы төшөрөлгән, унда КОИБ ҡуйылған.

"Һайлау комиссияһы ағзалары участкала видеокүҙәтеү барлығын белә һәм мотлаҡ инструкцияға ярашлы эш итә. 18 сентябрҙә төшкә ҡарай унда ваҡыттың дөрөҫ ҡуйылмағаны асыҡланды. Уны үҙаллы төҙәтә алмайҙар, аппаратты тоҡандырып һүндергәндәр, артабан тест режимына ҡуйғандар һәм инструкцияға ярашлы, тест өлгөләрен ебәргәндәр. Тауыштарҙы иҫәпләгән саҡта улар һаналмай.

Әле участкала КОИБ-ты ғәҙәти тауыш биреү йәшнигенә алмаштырғандар.

– Эйе, билдәле бер регламенттар, Үҙәк һайлау комиссияһы инструкциялары бар, уға ярашлы, КОИБ-ты тестлау үткәрелә. Мин бында бер ниндәй ҙә закон боҙоу күрмәйем, – тине был турала политолог Валех Аббасов.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас