Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2021, 11:30

"Файҙа килтерерҙәр тип өмөтләнәм"

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева һайлауҙа ҡатнашты.

"Файҙа килтерерҙәр тип өмөтләнәм""Файҙа килтерерҙәр тип өмөтләнәм"
"Файҙа килтерерҙәр тип өмөтләнәм"

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева һайлау кампанияһында ҡатнашты.

"Дәүләт Думаһына һайлау – мөһим сәйәси ваҡиға. Күпселек тауыш йыйған кандидаттар киләсәктә республикаға файҙа килтерер тип өмөт итәм. Илдең төрлө йүнәлештәр буйынса үҫеше өсөн беҙгә закон проекттары кәрәк", - тине 17 сентябрҙә Маргарита Болычева.

Тауыш биреүҙә шулай уҡ Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты ағзалары ла ҡатнашты.

Коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн быйыл сара өс көн – 17 – 19 сентябрҙә – үткәрелә. Өфөлә 441 һайлау участкаһы булдырылған. Уларҙың барыһында ла санитар ҡағиҙәләр – битлек режимы, социаль арауыҡ, дезинфекциялау – үтәлә.

Башҡортостанда, Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙан тыш, 29-сы Талбазы, 43-сө Краснохолм, 55-се Бөй һайлау округтарында -  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттарҙы өҫтәмә һайлау, Өфө, Бөрө, Белорет ҡала һәм ҡайһы бер ауыл советтарына һайлау үткәрелә. Барлығы - 175 кампания. Улар барышында 312 мандат бүленә, исемлектәр буйынса тауыш биреү бара.

Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас