

“Һайлау-2021” матбуғат үҙәгендә эштәр дауам итә. Бында яуаплы кешеләр, һайланыусылар журналистар өсөн даими рәүештә брифингтар биреп тора.
Сираттағы һөйләшеүгә Рәсәй Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат - республикала Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова менән Өфө ҡалаһы Советына депутатлыҡҡа кандидат, табип, йәмәғәт эшмәкәре Фәйрүзә Латипова килде.
Билдәле булыуынса, Фәйрүзә Латипова күп йылдар яңы тыуған балаларҙа инвалидлыҡ барлыҡҡа килмәһен өсөн абилитация менән шөғөлләнә. Был проблема уны күптән борсой, эште юғарыраҡ кимәлгә сығарып хәл итергә теләй.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең республикала инвалидтар күп, улар араһында яңы тыуған балаларҙың да булыуы аяныслы. Минең эшмәкәрлек уларҙың һанын кәметеүгә йүнәлтелгән. Әгәр ҡала Советына депутат булып үтһәм, был эште юғарыраҡ кимәлдә хәл итеп булыр ине тип уйлайым. Шуға күрә һайлауҙа ҡатнашырға хәл иттем", – тине ул.
Республикала Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил булған Милана Скоробогатова ла Дәүләт Думаһына балалыҡты, ғаиләне, әсәлекте һәм ошоноң кеүек башҡа изге ҡиммәттәрҙе һаҡлау өсөн барырға теләй.
"Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил булараҡ, законда билдәләнгән ике срогым үтә. Тик артабан да ошо йүнәлештә эшләргә теләк бар, бының өсөн Дәүләт Думаһында депутат булыу ярҙам итер ине тип уйлайым", – тине ул.
Автор фотоһы.