

Шулай итеп, тауыш биреүҙең икенсе көнө лә тамамланды. Киске сәғәт һигеҙҙә республикалағы барлыҡ һайлау участкалары ябылды.
“Һайлау” автоматлаштырылған дәүләт системаһы мәғлүмәттәре буйынса, 18 сентябрҙең 20.00 сәғәтенә ҡарата Башҡортостанда һайлаусылар исемлегенә индерелгән кешеләрҙең 48,53 проценты тауыш биргән: 1 миллион 287 мең 800 кеше.
Иртәгә, 19 сентябрҙә, тауыш биреүҙең һуңғы көнө. Һайлау участкалары шулай уҡ иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем асыҡ буласаҡ.
Кемдәр гражданлыҡ бурысын үтәп өлгөрмәгән, иртәгә ваҡытығыҙ бар.
Фото: ufatime.ru