Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2021, 05:30

Кисә ҡайһы район һайлаусылары айырыуса әүҙем булған?

Марат Ғәҙелов: "17 сентябрҙә һайлаусылар исемлегендә булған граждандарҙың 25,03 проценты тауыш бирҙе, йәғни 750 меңдән ашыу самаһы".

Кисә ҡайһы район һайлаусылары айырыуса әүҙем булған?Кисә ҡайһы район һайлаусылары айырыуса әүҙем булған?
Кисә ҡайһы район һайлаусылары айырыуса әүҙем булған?

Республикала һайлау барышын яҡтыртыу маҡсатында булдырылған “Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә бөгөн эш дауам итә. Уның тәүге ҡунаҡтарының береһе Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов булды. 

"Кисә көн яҡшы үтте. Барлыҡ һайлау участкалары ваҡытында асылды. Тауыш биреү уңайлы шарттарҙа үтһен өсөн комиссия ағзалары бөтөн сараларҙы ла күрҙе.

17 сентябрҙә һайлаусылар исемлегендә булған граждандарҙың 25,03 проценты тауыш бирҙе, йәғни 750 меңдән ашыу самаһы. Быйыл Өфө ҡалаһы халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәтә, беренсе көндә тауыш биреүселәр 25-30 процент самаһы булды. Республика ҡалалары араһында - Салауат һәм Сибай, райондар араһында Благовар, Балтас, Нуриман райондары халҡы дәррәү ҡатнаша, һөҙөмтә буйынса Салауат районы алда бара - унда йәшәгәндәрҙең 39,5 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән. Ауылдар халҡы, һәр ваҡыттағыса, сараға яуаплы ҡарай.

Ваҡытлыса һайлау участкалары 19 сентябрҙә эшләй, йәғни дауахана, шифахана кеүек учреждениеларҙа иртәгә тауыш бирәсәктәр.

Бөгөн барлыҡ һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә асылды. Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ яйлап килә. Был беҙҙең өсөн яҡшы, сөнки эпидемиологик хәүеф тыуҙырмай. Һайлау комиссияһы ағзалары тәүге тапҡыр тауыш биргән граждандарға айырыуса иғтибар бирә", - тине Марат Ғәҙелов.

Уның белдереүенсә, кисә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына 42 мөрәжәғәт булған. Улар араһында ялыуҙар ҙа бар. Күпселеге һайлау участкалары урынын асыҡлауға ҡағыла. Ялыуҙар буйынса ваҡытында сара күрелә.

Автор фотоһы.

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас