

Өфөләге 173-сө һайлау участкаһында шәмбе иртәһендә һайлаусылар күп түгел ине. Быны комиссия рәйесе Елена Веревкина халыҡтың эш аҙнаһынан һуң ял итеүе, өҫтәүенә ямғыр яуыуы менән аңлата.
"Кисә, 17 сентябрҙә, төшкө ял ваҡытында һәм кис тауыш биреүселәр күпләп килде, - ти Елена Васильевна. – Барлыҡ ғаилә ағзалары коронавирус менән сирләгәндәр участкаға шылтыратты. Уларҙың үҙҙәренең һайлау хоҡуғын файҙаланыу теләген тормошҡа ашырҙыҡ: хеҙмәткәрҙәрҙе күсмә урна һәм тауыш биреү өсөн махсус ҡапсыҡтар менән йорттарына ебәрҙек. Комиссия ағзалары барлыҡ һаҡланыу сараларын күрҙе, махсус костюм кейҙе. Улар фатирға инмәне, урнаны ишек тотҡаһына элде, йорттан килгәндән һуң барлыҡ предметтарҙы эшкәртте".
Фото: Йәмәғәт штабы.