

Башҡортостанда быйыл, бөтә илдәге кеүек үк, һайлау өс көн дауамында барасаҡ. Әле сәйәси процестың яртыһы – көн ярымы үтте. Ошо ваҡытҡа ҡарата һайлауға килгән кешеләрҙең һаны билдәле булды.
Шулай итеп, 18 сентябрҙең 15.00 сәғәтенә Башҡортостанда 1 миллион 93 мең 839 кеше тауыш биргән. Был - һайлаусылар исемлегенә индерелгән кешеләрҙең 36,42 проценты. Мәғлүмәттәрҙе территориаль һайлау комиссиялары бирә. Әйткәндәй, быйыл тауыш биреү хоҡуғы булған исемлектә – 3 миллион 3 мең 626 кеше теркәлгән.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан халҡы был һайлауҙа, Дәүләт Думаһы депутаттарынан тыш, өҫтәмә рәүештә өс Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын, Өфө һәм тағы бер нисә ҡала советына депутаттар һәм шулай уҡ ауыл советтарына өҫтәмә депутаттар һайлай.
Фото: news.myseldon.com