

Мәғлүм булыуынса, Мәскәүҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙа электрон тауыш биреү алымы ла бар. Ундағы халыҡ заман технологияларын әүҙем ҡуллана.
Электрон штаб мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 18.00 сәғәткә ҡарата ошо ысул менән тауыш биргәндәр һаны 80 процент тәшкил иткән. Ғөмүмән, теркәлгән 2 014 756 мең кешенең 1 630 117-һе үҙенең гражданлыҡ бурысын онлайн тәртиптә үтәгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһына 450 депутат ҡатнаш система менән биш йылға һайланыла: 225-е – партия исемлеге, 225-е – бер мандатлы округ буйынса. Бер саҡырылыш мөҙҙәте - биш йыл.
Коронавирусҡа бәйле, һайлау өс көн үҙғарыла – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә. Иртәгә – 19 сентябрҙә - тауыш биреүҙең һуңғы көнө, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәп ҡалығыҙ. Үҙ ҡарашығыҙҙы ғәмәлдә күрһәтеп, илебеҙҙең киләсәгенә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ.
Фото: kp.ru
#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор