Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2021, 13:30

"Мосолман үҙ фекерен белдерергә тейеш"

Мөфтөй Айнур Бирғәлин "Һайлау-2021" матбуғат үҙәгенә килеп, дин һәм сәйәсәткә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты. 

"Мосолман үҙ фекерен белдерергә тейеш""Мосолман үҙ фекерен белдерергә тейеш"
"Мосолман үҙ фекерен белдерергә тейеш"

“Һайлау-2021” матбуғат үҙәге тауыш биреү барған көндәрҙең өсөһөндә лә туҡтауһыҙ эшләйәсәк. Бында журналистар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы брифингтар, осрашыуҙар үткәрелә, эксперттар менән аралашыу мөмкинлеге бар. Шуныһы ла мөһим, брифингтар башҡорт телендә лә бара. Улар хәбәрселәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу яулай.

Әле генә әңгәмәләшеү өсөн Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин килде. Ул ҡыҙыҡлы тема – дин менән сәйәсәт араһындағы мөнәсәбәт тураһында һөйләне. Ҡайһы бер кешеләр, мосолмандар һайларға бармаҫҡа тейеш, ти. Айнур хәҙрәт быны инҡар итте.

– Дин менән сәйәсәттең икеһен ике яҡҡа ҡуйыу дөрөҫ түгел. Мосолмандар һайлауҙа үҙ фекерен белдерергә тейеш. Улар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға, гражданлыҡ хоҡуҡтарын үтәргә, теүәл файҙаланырға бурыслы, – тине ул.

Мөфтөй әйтеүенсә, Диниә назараты әүҙем тормош алып бара, йәштәр, ирекмәндәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек менән төрлө саралар ойошторолар. Мосолмандар илдең мөһим сәйәси сараларында ҡатнашырға тейеш, тип аңлатыу эштәре алып баралар. Ошо йәһәттән хөтбәләр йыйынтығы ла донъя күргән.

"Беҙҙең илдә партиялар бигерәк күп тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, АҠШ-та улар икәү генә. Ә беҙҙә, сәйәси ҡараштарҙан тыш, төрлө ҡатламдарға бүленгәндәре лә бар. Әлбиттә, улар араһында Ислам дине партияһының да килеп сығыуы ихтимал, тик беҙҙә әлегә ундай пландар юҡ", – тине Айнур Бирғәлин.

Бөгөн ул үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәп, һайлауға барған. 

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас