Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2021, 17:30

"Муниципаль кимәлдәге һайлауға иғтибар етеңкерәмәй"

“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уҙғарылған брифингта Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров сығыш яһаны.

"Муниципаль кимәлдәге һайлауға иғтибар етеңкерәмәй""Муниципаль кимәлдәге һайлауға иғтибар етеңкерәмәй"
"Муниципаль кимәлдәге һайлауға иғтибар етеңкерәмәй"

“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уҙғарылған брифингта быйылғы сара барышын баһалап, эксперт сифатында Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров сығыш яһаны. Уның фекеренсә, муниципалитет кимәлендәге һайлауға иғтибар етеңкерәмәй.

"Сәйәси сара тыныс бара. Матур итеп ойошторолған. Ҙур әҙерлек эше алып барылғанлығы күренеп тора. Минеңсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр һайлау участкаларына әле бик әүҙем килмәй. Күберәк оло йәштәгеләр ҡатнаша. Йәштәр ҙә тауыш биреүгә әүҙем ҡушылыр тип ышанам.

Дөйөм алғанда, Рәсәй кимәле менән сағыштырһаҡ, беҙҙә сара буйынса әүҙемлек күпкә юғары.

Әлбиттә, Дәүләт Думаһына һайлауға иғтибар нығыраҡ бирелә, улар тураһында күберәк һүҙ алып барыла, телевидениела ла, радиола ла. Муниципаль кимәлдәгегә иһә иғтибар етенкерәмәй, шуға ла, минеңсә, быға ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Ауыл һәм ҡала советтары депутаттары халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итә. Шуға ла уларға иғтибар күберәк булырға тейеш, тип уйлайым.

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы Советына депутаттар һайлау ҙа республика өсөн мөһим. Белеүебеҙсә, баш ҡалабыҙ Башҡортостан иҡтисадында ҙур урын биләй – 40 процентҡа тиклем. Икенсенән, Өфөлә республика халҡының 25 проценты йәшәй, бер миллиондан ашыу кеше. Баш ҡаланың юбилейы яҡынлаша, ҙур саралар ҡаралған. Ошо эштәрҙең барышы ла һайланған депутаттарға бәйле буласаҡ", – тине Азат Йәнгиров.

Уның билдәләүенсә, үткән һайлауҙар менән сағыштырғанда, был юлы депутатлыҡҡа йәштәрҙең күберәк ынтылыуы күҙәтелә, уларҙың өлөшө сәйәсәттә лә арта.

Автор фотоһы.

#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас