Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2021, 15:30

Полиция енәйәт эҙе тапмаған

Һайлау участкаһында өҫтәл аҫтында паспорт мәғлүмәттәре яҙылған бер ҡап ҡағыҙ тапҡандар. Күҙәтеүселәр полиция саҡыртҡан... 

Полиция енәйәт эҙе тапмағанПолиция енәйәт эҙе тапмаған
Полиция енәйәт эҙе тапмаған

Күҙәтеүселәрҙең шылтыратыуы буйынса, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфө районының Таптыҡ ауылындағы 3078-се участка һайлау комиссияһына барған.

Өфө районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сергей Жуков белдереүенсә, полиция бер ниндәй ҙә криминал һәм енәйәт эшмәкәрлеге эҙҙәрен тапмаған, шуға күрә енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартҡан.

"Ысынбарлыҡта унда аңлашылмаған ксерокопиялар булған, был ҡағыҙҙарҙа ниндәйҙер фамилиялар һәм һандар яҙылған. Уларҙың ҡайҙан килеп сығыуын бер кем дә белмәй. Бөтә был хәл – фейк. Ошондай уҡ провокацияны Өфөнөң Совет районында ойошторҙолар. Юлға һалынған трюк был", – тине Сергей Жуков.

Киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителеүенсә, Өфө районының Таптыҡ ауылындағы 3078-се участкала өҫтәл аҫтында паспорт мәғлүмәттәре яҙылған бер ҡап ҡағыҙ тапҡандар. Күҙәтеүселәр полиция саҡыртҡан.

Йәнә шуныһы, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, тауыш биреүҙең беренсе көнөндә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына участкаларҙағы етешһеҙлектәр тураһында ундан аҙыраҡ ялыу килгән, һөҙөмтәлә уларҙың береһе лә раҫланмаған.

Фото: nation-news.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас