Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Сентябрь 2021, 09:00

Тауыш та бирәләр, прививка ла яһаталар

"Был бик уңайлы алым. Аяуһыҙ сирҙән һаҡланығыҙ, үҙегеҙҙе, ғаиләгеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ", - ти Бүздәктән Насиповтар.

Тауыш та бирәләр, прививка ла яһаталарТауыш та бирәләр, прививка ла яһаталар
Тауыш та бирәләр, прививка ла яһаталар

Бүздәк ауылындағы 1-се мәктәптә вакцинация пункты эшләй. Белем ойошмаһына ингән урында уҡ шәфҡәт туташы Лилиә Мәмлиева тауыш биреүселәр менән коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләтеүҙең мотлаҡ икәнлеге тураһында һөйләй. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 17 сентябрҙә дүрт кеше вакцина яһатҡан.

Тауыш биреү участкаһы эргәһендә медицина кабинеты йыһазландырылған, ул барлыҡ талаптарға яуап бирә. Бында “Гам-Ковид-Вак” бар. Лилиә Фәнил ҡыҙы мөрәжәғәт иткән һәр кешенең тән температураһын, ҡан баҫымын үлсәй, дөйөм хәл торошон баһалай. Анкетаны тултырғандан һуң вакцина эшләнә. Аҙаҡ шәфҡәт туташы пациенттың хәлен күҙәтә.

"Бик уңайлы ойошторҙолар: бер урында тауыш бирәләр, прививка яһаталар. Көн һайын аяуһыҙ сирҙең кеше ғүмерҙәрен алып китеүе тураһында ишетәбеҙ, шуға үҙегеҙҙе, ғаиләгеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ", - ти ирле-ҡатынлы Насиповтар.

Шуны билдәләргә кәрәк, Бүздәк районындағы һайлау участкаларында – Бүздәк ауылындағы 1-се, 2-се мәктәптәрҙә, район мәҙәниәт һарайында, Кәпәй-Ҡобау, Урҙайбаш, Түреш, Таулар ауылдарында – ете вакцинациялау пункты ойошторолған.

Бүздәк районында 17 сентябрҙә барлығы 87 кеше вакцина яһатҡан. Ә дөйөм алғанда, унда прививка эшләткәндәр һаны - 11 754.

Фото, текст: Люциә Дистанова.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас