

“Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уҙғарылған брифингта Словакиянан Европарламент депутаты Мирослав Радачовски һәм уның улы – Европарламент кәңәшсеһе Михаил Радачовски ҡатнашты.
Мирослав Радачовски белдереүенсә, ул тыуған илендә 30 йыл судья булып эшләгән, шуға ла ваҡиғаларға ғәҙел баһа биреү уның өсөн һүҙ генә түгел, ә тормош мәғәнәһе.
"Халыҡ-ара һайлауҙар буйынса тәжрибәм бай, Рәсәйҙә – беренсе тапҡырмын, әммә демократик һайлау принциптарына ҡаршы килгән бер нәмәне лә күрмәнем. Был осраҡта мин Европарламенттың "Дәүләт Думаһына һайлау ирекле түгел" тип алдан белдергән ҡарашын дөрөҫ тип иҫәпләмәйем. Ғәҙел булырға кәрәк. Мин ике көндә өс участкала булдым, законға ҡаршы эшләнгән бер нәмәне лә күрмәнем. Комиссия ағзалары һәм күҙәтеүселәр менән аралаштым. Бар ерҙә лә йылы, дуҫтарса мөхит хөкөм һөрә", – тине Мирослав Радачовски.
Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Совет Армияһы составында булған, Европа ҡалаларын фашизмдан азат итеүгә өлөш индергән.
Михаил Радачовски Рәсәйгә халыҡ-ара эксперт сифатында килгән. Ул да Рәсәйҙәге һайлауҙың законға ярашлы уҙғарылыуы менән килешә. Белдереүенсә, ҡайһы бер Европа илдәре һайлау уҙғарыу буйынса Рәсәйҙән өйрәнә ала, был айырыуса электрон тауыш биреүгә ҡағыла. Рәсәй “Киләсәк һайлауы”н үткәреү буйынса өлгө була ала, тине эксперт.
Автор фотоһы.
#Һайлау2021#Выборы2021#выбираемвместе #Россия #Башкортостан#Башҡортостан #БашВыбор #СделайСвойВыбор